Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
16 Ноябрь 2020, 23:04

Туғандаш та, ышаныслы партнер ҙа

-

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың рәсми делегацияһы менән осрашты. Уға Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкил Ермек Кошербаев етәкселек итте. Осрашыуҙа сәнәғәт, иҡтисад, мәғариф һәм мәҙәниәт тармаҡтарында хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан менән Ҡаҙағстанды күп йыллыҡ дуҫлыҡ бәйләй. Республикалар иҡтисад һәм социаль өлкәнең төрлө йүнәлештәре буйынса хеҙмәттәшлек итә.
– Беҙ бөгөнгө осрашыуға бик шатбыҙ, сөнки Ҡаҙағстан менән ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү беҙгә ҡыҙыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ беҙҙең өсөн электән килгән ышаныслы партнер. Ҡаҙаҡтар – туғандаш халыҡ, беҙҙең телдәр, мәҙәниәт һәм йолалар бик оҡшаш. Республикалар араһында тауар әйләнеше күләме үҫә, йылына 350-500 миллион доллар кимәлендә һаҡлана.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, быйыл мартта Өфөлә Ҡаҙағстан республиканың почетлы консулы Булат Әсәҙуллин эш башланы. Әлеге ваҡытта Нур-Солтанда Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеген булдырыу буйынса әүҙем эш бара.
– Нур-Солтанда Башҡортостандың вәкиллеге асылғас һәм коронавирусҡа бәйле хәлдәр рәтләнгәс, беҙ эш сәфәре менән Ҡаҙағстанға барырға планлаштырабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан биләмәһендә Ҡаҙағстан капиталы ҡатнашлығындағы 37 предприятие эшләй. Ҡаҙаҡ компанияларының береһе Ишембай районындағы “Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә полипропилен ептәре, полиэтилен сеткалар етештереү ойошторорға йыйына, дөйөм инвестиция күләме 1,4 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Радий Хәбиров ҡаҙаҡ бизнесмендарын быйыл декабрҙә үтәсәк Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашырға саҡырҙы. Шулай уҡ 2021 йылда көтөлгән Фольклориадаға саҡырҙы.
Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге илсеһе Ермек Кошербаев белдереүенсә, коронавирус пандемияһына ҡарамай, илдәр араһындағы бәйләнештәр бик тығыҙ булып ҡала.
"Төбәк-ара хеҙмәттәшлек системаһында Башҡортостан беҙҙең өсөн бик мөһим урын биләй, – тине илсе. – Сауҙа балансы ҙур, һәм беҙ бында уны арттырыу буйынса шәп нигеҙ күрәбеҙ. Ҡаҙағстан предприятиеларының “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе эшендә ҡатнашыуына бик шатбыҙ".
2019 йыл йомғаҡтары буйынса, Ҡаҙағстан 7,9 процент өлөшө менән тышҡы иҡтисади әйләнеш буйынса Башҡортостанда – дүртенсе, БДБ илдәре араһында 34,2 процент өлөш менән икенсе урында. Уртаҡ тауар әйләнеше күләме 361,6 миллион доллар тәшкил иткән.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: