Машина тәү ҡарашҡа ҙур ғына күренһә лә, «Нива» һәм «Уаз»иктарҙан бензинды аҙыраҡ яға. Салонда уңайлыҡтар юҡ кимәлендә, әммә тәғәйен урынға барып етеү өсөн юлһыҙлыҡ кәртә булғанда, был етешһеҙлек әһәмиәтле түгел. Шулай ҙа оҫта автомобилен камиллаштырыу өҫтөндә. Юлдар йүнәлештәрҙе хәтерләткәндә, халыҡ та зирәклеген күрһәтә.