Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
15 Ноябрь 2020, 20:54

Республика сигендә ветеринар күҙәтеү көсәйтелә

-

Татарстанда һәм Силәбе өлкәләрендә ҡош киҙеүе таралыуға бәйле ауырыу таралыуын иҫкәртеү маҡсатында республика сигендә ветеринар күҙәтеү көсәйтелә. Бигерәк тә төньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙә етди саралар күрелә. Әлегә Башҡортостанда ҡоштарҙың зарарланыу осраҡтары теркәлмәгән.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8-800-77-55-828
Любовь Васильевна ҡош-ҡорт аҫырауҙан өҙөлгәне юҡ. Ите, йомортҡаһы өсөн тауыҡ һәм өйрәктәр үрсетә. Ҡошҡайҙарға Башҡортостанда үҫтерелгән игенде генә ашата, уға өҫтәп йәшелсә бирә.
Ҡабаҡ, сөгөлдөр, картуф бешереп ашатам. Сирҙән ҡурҡыта, турғай осоп инмәһен өсөн һаҡлайбыҙ инде.
Любовь Егорова
Тауыҡтар ҙа, өйрәктәр ҙә һарайҙа бикле тора, сөнки урамға сығарырға ярамай. Ҡош киҙеүенән ҡурҡыныс.
Был видео күрше Татарстандың Мөслим районы Дусай ауылында төшөрөлгән. Унда октябрь аҙағында ҡош киҙеүенән биш меңгә яҡын ҡош-ҡорт ҡырылған. Фермалағы бөтә ҡоштар ҙа яндырыла.
Сирҙең ҡыш алдынан килеп сығыуы уның таралмауына өмөт бар, ти ветеринарҙар. Берҙән, уларҙы һуйыу миҙгеле башланған, икенсенән, урамға сығармай ғына уларҙы ҡотҡарып ҡалырға мөмкин. Ә кире осраҡта күгәрсен, ҡарғалар һәм башҡа осор ҡоштар килтереү хәүефе бар.
Хәүеф зонаһына ҡараған Баҡалы районында профилактик саралар үткәрелә. Төбәктең ветерианар станцияһында йоғошло сирҙән дезинфекция үткәреү өсөн ҡорамалдар бар. Ҙуры биналарҙы, урамдарҙы эшкәртеү өсөн ҡулланыла.
Ә предприятие, учреждение эсен таҙартыу өсөн һыуыҡ һәм эҫе пар ҡулланыла.
Баҡалыла ике фермер ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә. Уларға инеү әле тыйылған. 75 мең тирәһе ҡош үрсетеүсе предприятие эсенә йөк ташыусы машиналар һәм тракторҙар дезинфекция үтеп кенә индерелә. Бындай хәүефһеҙлек сараһы һәр ваҡыт ҡулланыла, ти фабрика хеҙмәткәрҙәре.
Ҡош киҙеүе Татарстандан тыш Силәбе өлкәһендә лә таралған. Башҡортостанға ошо төбәктәрҙән индерелгән продукцияны республиканың ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһында тикшерелә. Лабораторияла тере ҡоштарҙың ҡанын анализға алыу ҙа башҡарыла.
Өс йыл элек республика ветеринарияһында мобиль отряд ойошторолған. Уның составында егерме берәмек техника. Дезинфекция машинаһы, крематор, ветеринар - диагностика лабораторияһы. Вагондарҙа ветпостар, санитар үткәргестәр урынлаша. Хәүефле зонала эшләү өсөн бөтә шарттар бар.
Ҡоштар өсөн үлемесле вирус кешегә лә хәүефле. Ҡош киҙеүе буйынса һорауҙарҙы экранда күрһәтелгән ҡыҙыу линия буйынса бирергә мөмкин.
Автор: Рәмилә Исмәғилева.
Читайте нас: