Пермь крайында үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренә ярашлы көндөң икенсе яртыһында “Бизнес-ҡоролтай” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы координаторы Рәшит Ғилманов алып барҙы.
Сарала Башҡортостандан, Пермь крайынан ауыл хужалығы тармағы белгестәре, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә эшләп килгән башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре, билдәле башҡорт эшҡыуарҙары ҡатнашты.
Рәшит Рифҡәт улы йүнселдәрҙе берләштереп, уларға тәжрибә уртаҡлашыу һәм аныҡ ярҙам күрһәтеү майҙансығы булырлыҡ кооперация төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе, бының буйынса алып барылған эштәр менән таныштырҙы.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы Пермь крайы Барҙа районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Илдар Исмаҡаев үҙҙәрендәге хәл-торош менән таныштырып үтте. “Бөгөн беҙҙә туғыҙ ауыл хужалығы предприятиеһы, 100-гә яҡын крәҫтиән (фермер) хужалығы, 12 мең шәхси хужалыҡ алып барыусы теркәлгән. Районда һөтсөлөк, ит етештереү тармаҡтары үҫешкән, шулай уҡ балыҡсылыҡ, ҡошсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр бар”, - тине ул сығышында.
Артабан һүҙ йүнселдәргә бирелде. Билдәле йырсы, йәш эшҡыуар, ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты ағзаһы Ринат Рамаҙанов туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән “Урал легендары” этнополисы проекты, шуға бәйле пландары хаҡында һөйләне. Унда Башҡортостандың бай тәбиғәте һәм бер ыңғай башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижади, мәҙәни мираҫы менән таныштырыу күҙ уңында тотола.
“Солтан. Бында ауылды тергеҙәләр” проектының авторы һәм инвесторы Камил Хәйруллин ауыл ерендә етештереүҙе яйға һалыу, эшҡыуарлыҡҡа тотоноу үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
Айырым район масштабында туризмды үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында Көйөргәҙе районындағы “Яҡут” һауыҡтырыу комплексы миҫалында уның генераль директоры Рәмил Юлбарыҫов бәйән итте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, республика Башлығы советнигы Рәсих Хәмитов “Башҡортостандың йәшмә, алтын һәм баҡыр ҡайышы” туристик кластеры хаҡында һөйләне. Был проект төбәктең ҡаҙылма байлыҡтары ятҡылыҡтары менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Артабан йәнле фекер алышыу ойошторолдо. Бәләбәй ҡалаһынан эшҡыуар Раян Хәлиуллин бөгөн башҡорт эшҡыуарлығы алдында торған проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә йүнселлектең ниндәй төрҙәренә иғтибар йүнәлтеү зарурлығы тураһында ҡыйыу фекерҙәре менән уртаҡлашты. Был тармаҡты үҫтереүгә, сит төбәктәрҙә йәшәп, эш иткән башҡорт эшҡыуарҙарының үҙ-ара хеҙмәттәшлегенә ҡағылышлы заманса тәҡдимдәр яңғыраны.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.