Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
14 Ноябрь 2020, 13:49

ТОРМОШОБОҘ ӘЙТКӘН ҺҮҘҘӘРГӘ БӘЙЛЕ

-

- Аҡсам юҡ - тиһәгеҙ, аҡсағыҙ булмаясаҡ, аҡсам килеп етмәгән һ.б. тиегеҙ.
- Китәм - тимәгеҙ, ҡайтам, барам, етеп барам һ.б, тиегеҙ, киткәндәр - әхирәт донъяла ята.
- Ашап туйҙым - тимәгеҙ, башҡа тамағығыҙға аш бармауы бар, туҡландым, ашығыҙ тәнемә дауа бирһен, һ.б.
- Кешеләрҙе ҡарғамағыҙ - ҡарғыш насарлыҡҡа, күңелде ҡатыра, уҫаллыҡҡа, кешеһеҙлеккә килтерә.
- Күп һүҙ — һине ау урынына сырмай.
- Йомшаҡ, яғымлы, мөхәббәтле һүҙҙәр һөйләгеҙ, аурағыҙ нығыр, үҙегеҙҙең күңелегеҙ шат, йәнегеҙ тыныс булыр.
- Ауыр, нахаҡ һүҙҙәр — йөрәккә бысаҡ, уҡ, һөңгө булып ҡаҙала.
- Һүҙҙәр юлдарҙы яба, ҡайғыға һала.
- Һүҙҙәрҙең көсө — атомға тиң.
- Әсәй - Атайҙарға әйткән ауыр һүҙҙәр, беҙгә ауыр тормош бирә.
- Был донъяла берәү ҙә бәхеттең ете күгендә булмай, әгәр ҙә әйткән һүҙенән ғәфү үтенмәһә.
- Кешеләрҙең бәхетле тормошо - йөрәгендә урынлашҡан.
- Насар өйҙә, аслы-туҡлы йәшәгәндәрҙең бәхетлеләре бар, сөнки Аллаһы Тәғәләм уларҙың йөрәктәрен аса.
- Был донъяға беҙ эшләнеп бөтмәгән эшебеҙ, аманатыбыҙ өсөн ҡабат тыуғанбыҙ.
- Кешелек донъяһы — тәбиғәтте һаҡларға, татыу, мөхәббәтле йәшәргә, тәүфиҡле балалар үҫтерергә, иманлы булырға тейеш.
- Мин! - тимәгеҙ, Аллаға Шөкөр, тип әйтегеҙ.

(Зәкинә Ханым).
Сығанаҡ: "Тамаша" журналы.
Читайте нас в