Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
14 Ноябрь 2020, 13:08

Республикала «Ҡанатлан» мәғариф проектының яңы модуле тормошҡа ашырыла

-

Тәүгеләрҙән булып Бүздәк район үҙәгенең 2-се мәктәбе «Руль артына ултыр» программаһына ҡушылды. Уның сиктәрендә уҡыусыларға өлгөргәнлек аттестаты менән бергә водитель таныҡлығын алыу мөмкинлеге лә бар.
Беренсе дәрескә еҙ ҡыңғырау яңғырай. Бөгөндән Бүздәк ауылының 2-се мәктәбе уҡыусылары аҙнаһына ике тапҡыр автоэш курсын үҙләштерәсәк. Ул быға тиклем уҡылған дәреслеккә медицина һәм психологиянан өҫтәмәләр индерелеүе менән айырыла. Илнара Хәбибрахманова мәктәп программаһын тиҙ үҙләштерәсәгенә шикләнмәй. Сөнки, ул күптән инде машина менән идара итергә өйрәнгән.
Проект сығарылыш синыфтар өсөн тәғәйенләнгән. Уҡыу дәреслеге өс айға иҫәпләнгән. Ул теория менән бергә практик тәжрибә алыу мөмкинлеген дә бирә. Әйткәндәй, былтырғы уҡыу йылында уҡыусылар мәғариф программаһына индерелгән биш төрлө модулде үҙләштергән.
Бүздәк районында «Ҡанатлан» проекты модуле ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе менән берлектә тормошҡа ашырыла. Армияға, авиацияға һәм флотҡа ярҙам итеү буйынса ирекле йәмғиәт ағзалары быға тиклем дә йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү эшендә әүҙем ҡатнаша ине. Сираттағы проект эште тағы ла йәнләндерәсәк. Киләсәктә төбәктә парашют спортын үҙләштереү, тир ойоштороу ҙа ҡарала.
Автор: Азат Ғәлиуллин.
Читайте нас: