Башҡортостан сигендә, Баҡалы районынан биш километр алыҫлыҡта, ҡош киҙеүе көсәйгән. Һуңғы өс аҙнала Татарстандың һәм Силәбе өлкәһенең дүрт районында сир осраҡтары күпләп теркәлгән. Быйыл ноябрь башына тиклем Рәсәйҙең 11 төбәгендә 75 урында ҡош киҙеүенең ныҡлап көсәйеүе асыҡланған. Ә былтыр өс төбәктә ошондай биш осраҡ булған. Был киҙеү хаҡында нимәләрҙе белергә кәрәк?
Ул – йоғошло ауырыу. Барлыҡ ҡоштарға ла зыян килтерә. Уның менән сирләгән өйрәктәр, ҡаҙҙар, тауыҡтар һәләк була. Ә был ауырыуҙы ҡырағай ҡоштар, шул иҫәптән турғайҙар, ҡарғалар, күгәрсендәр йоҡтора. Республика Ветеринария идаралығының Эпизоотияға ҡаршы сараларҙы ойоштороу һәм контроль бүлеге етәксеһе Руслан Байкеевтың әйтеүенсә, ҡош киҙеүе тураһындағы һығымтаны лаборатория тикшереүенән һуң ғына яһайҙар, әммә был сирҙең айырым беленеп торған билдәләре бар. Ҡоштың кикереге күгәрә, күҙҙәрендәге мөгөҙ ҡатлауы (роговица) ҡараңғылана, әйләнеп тик йөрөй, башын артҡа ташлай, аяҡтарын фалиж һуға, лайлалы тиреһе ҡарая, ҡарағусҡыл йәшел бүленмәләр сыға. Өҫтәүенә ҡоштарҙың тән температураһы күтәрелә, күпләп үләләр.
Ҡоштарҙың күпләп киҙеү менән сирләүе иҡтисади юғалтыуҙарға килтерә. Өҫтәүенә төбәк имен түгел тип һаналасаҡ һәм карантин иғлан ителеүе ихтимал. Тимәк, урындан ҡошсолоҡ продукцияһын, йомортҡа, ит йәки тере ҡоштарҙы сығарыу тыйыласаҡ. Һөҙөмтәлә продукцияһын үҙебеҙҙә генә түгел, ситтә лә һатҡан республикалағы Благовар тоҡомсолоҡ заводы, “Индюшкин”, “Башҡорт бройлеры” кеүек предприятиелар зыян күрәсәк.
Иң тәүҙә иҫкәртеү сараларын күреү зарур. Ауылда йәшәгәндәргә ҡош-ҡортон ситлектәргә бикләү зарур. Уларҙың ҡырағай ҡоштар менән бәйләнешкә инеүен булдырмау өсөн иркен йөрөтмәгеҙ. Шулай уҡ йылға-күл буйҙарына сығарырға ярамай. Билдәле булмаған етештереүселәрҙән ҡош-ҡорт өсөн аҙыҡ һатып алмағыҙ. Әгәр ниндәйҙер сәйер билдәләр барлығы асыҡланһа, ветеринария хеҙмәтен саҡырығыҙ. 8-800-775-58-28 телефоны һандары буйынса “ҡыҙыу линия”ға мөрәжәғәт итегеҙ: белгестәргә һорауҙар бирергә мөмкин. Әгәр лаборатория тикшереүҙәренән һуң “ҡош киҙеүе” тигән диагноз ҡуйылһа, ауылығыҙҙағы барлыҡ ҡош-ҡорттар (махсус инъекциялар ярҙамында, ҡанһыҙ) юҡ ителәсәк һәм яғыласаҡ. Биләмәлә карантин иғлан ителәсәк, хужалыҡ ҡуралары дезинфекцияланасаҡ.
Эйе, ҡош киҙеүенән вакцина бар. Тик быға тиклемге йылдарҙа ҡош-ҡортҡа вакцинация үткәрелмәгәйне, сөнки республика ҡош киҙеүе йәһәтенән имен ине, был сир менән ауырыу осраҡтары теркәлмәне. Бынан тыш, Руслан Байкеев белдереүенсә, Башҡортостанда вакцинация башланһа, төбәк был йәһәттән имен булмағандар разрядына инәсәк. Ундай осраҡта предприятиеларыбыҙ ошондай уҡ имен булмағандар менән хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барасаҡ.
Кешегә ҡош киҙеүе ҡурҡынысмы?
Эйе, киҙеүҙең ҡайһы бер штамдары, мәҫәлән, H1N1, кешегә йоғорға мөмкин. Улар, нигеҙҙә, ҡоштан – кешегә, бик һирәк осраҡта кешенән кешегә йоға. Еңел респиратор сир температура күтәрелеү һәм ҡаҡырыҡ сығыу рәүешендә үтә.
Ҡайҙан һатып алырға була?
Баҙар, магазин кәштәләренә барып ятҡан барлыҡ продукция ветеринария белгестәре тарафынан тикшерелә. Ә урамдағы осраҡлы кешеләрҙән һатып алмағыҙ.