Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
14 Ноябрь 2020, 13:11

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыш 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем дауам итә

-

Ватан ғәскәрҙәрен республиканан 4 меңдән ашыу егет тулыландырасаҡ. Көҙгө саҡырылыштың сираттағы составы 300 кешенән тора. Егеттәр Алыҫ Көнсығышҡа юллана.
Хәрби устав буйынса бойороҡтарҙы үтәү Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пункты коридорҙарынан уҡ башлана. Егеттәр бәтәһе лә битлектәрҙә, короновирус инфекцияһын асыҡлау буйынса ике тапҡыр тест үткән. Буласаҡ ил һаҡсылары баштан-аяҡ кейендерелә, санитар-гигена әйберҙәре, антибактериаль саралар, аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителә. Кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән кейемдәрҙе һәр кем үҙ кәүҙәһенә ярағанын һайлап ала. Хәрби биҫтәрҙәр барланып, шәхси кейемдәре целлофан тоҡсайҙарға һалына һәм яҡындарына тапшырыла. Әрмегә юлланыусы егеттәрҙең һәр береһе тыуған ил алдындағы изге бурысын намыҫлы башҡарып сығырға ниәтләй.
Ыҫпай кейемле, төҙ кәүҙәле, һау-сәләмәт егеттәр бер эшелон булып Алыҫ Көнсығышға юлланасаҡ. Тыуған йорт, яҡындары менән бер йылға айырылып тороу һағышлыраҡ күренһә лә, Башҡортостан егеттәре үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Хеҙмәткә саҡырыу осоронда барлыҡ санитар һәм эпимедиологик талаптар үтәлә. Егеттәр барасаҡ составтарға алдан дезинфекция үткәрелгән һәм вагонға ингәндә лә термометрия башҡарыла, респиратор сир асыҡланған осраҡта изоляциялау ҡаралған.
"Был эшелонда 300-ҙән ашыу егет Алыҫ Көнсығышҡа юллана. Хеҙмәткә саҡырылыш компанияһы башланғаны бирле мең ярымдан ашыуын оҙаттыҡ йәштәр әрмегә китте. Улар араһында короновирус инфекцияһы менән зараланған бер генә осраҡ та теркәлмәне",- ти Михаил Блажевич, Башҡортостандың хәрби комиссары.
Тимер юл вокзалына тиклем оҙатырға килгән әсәләр, туғандары егеттәрҙең алыҫ тарафтарға юлланғанын белә, әммә ниндәй ғәскәргә , ниндәй часкә икәнлеге әлегә хәрби сер булып ҡала.
Алыҫ Көнсығышҡа хәрби хеҙмәткә юлланыусыларға «Славянка менән хушлашыу» маршы яңғырай. Илебеҙҙең һыу, һауа, ҡоро ерҙәге сиктәре һағына баҫыусыларҙан республика уяулыҡ, намыҫлы хеҙмәт көтөп ҡала.
Автор: Гүзәл Борханова.
Читайте нас: