Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Ноябрь 2020, 21:36

Бөгөн - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө

-

Бөгөн, 13 ноябрҙә, тарихта беренсе тапҡыр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө билдәләнә. Был ҡарар быйыл февралдә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан ҡабул ителде.
Шулай уҡ, билдәле булыуынса, бер йыл элек дивизия командиры хөрмәтенә дәүләт наградаһы – генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены булдырылды. Бөйөк Еңеү көнө алдынан Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Мәктәптәрҙә кластар менән “Шайморатовсылар”ға бағышлауҙар үтә.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев республика халҡын ошо тарихи көн менән ҡотланы. Парламент спикеры яңы байрам булдырыу башланғысын киң йәмәғәтселектең ыңғай ҡабул итеүен, киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә әүҙем фекер алышыуҙар үтеүен билдәләне.
"Яңы байрам бөгөндән календарҙа һәм республика халҡы аңында үҙенең ныҡлы урынын алды, күптәр өсөн яратҡан көнгә әйләнер. Ул тарихи ғәҙеллекте нығыта, яҡташтарыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтарын иҫкә төшөрәсәк, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур йоғонто яһаясаҡ. 13 ноябрҙе һайлауға ҡарата төрлө фекерҙәр булды. Башкавдивизия формалашҡан саҡта кешеләр Тыуған илде яҡлау тураһында уйлаған, ә киләсәк байрамдары хаҡында түгел, шуға ла дивизия барлыҡҡа килеүҙең аныҡ датаһы юҡ. Әммә шуны беләбеҙ: 1941 йылдың 13 ноябрендә СССР Оборонаһы дәүләт комитеты тарафынан милли ғәскәрҙәр берләшмәһен булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә, шул иҫәптән беҙҙең республикала. Ошо документ Башҡорт кавалерия дивизияһын булдырыуға нигеҙ һала. Шуға ла ошо иҫтәлекле көндө – 13 ноябрҙе алдыҡ", – тине Константин Толкачев.
Бөйөк Ватан һуғышында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең 3860-ы орден һәм миҙалдар менән наградлана, шул иҫәптән 78 кеше – Советтар Союзы Геройы, биш кеше – Дан орденының тулы кавалеры.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас: