Интернет беҙҙең илгә 2000 йылдар тирәһендә ныҡлап инә башланы. 20 йыл самаһы элек ул нәмәне эре предприятиелар ғына эш өсөн ҡуллана ине. Әүәле донъя селтәре һаналған интернетҡа компьютерҙар ярҙамында ғына инеп була торғайны, компьютерҙар ҙа һәр бер ғаиләгә тәтемәне. Бөгөн иһә заманалар ныҡ үҙгәрҙе, хәҙер был технологияны һәр бала тиерлек кеҫәһендә йөрөтә.
Төймәле мобиль телефондар урынына килгән смартфон ярҙамында һәр кем интернет менән файҙаланыу мөмкинлеге алды. Смартфонды хәҙер ике-өс йәшлек балаларҙан алып әбей-бабайҙарға тиклем ҡуллана. Һүҙ юҡ, бик уңайлы, кәрәкле аппарат ул смартфон тигәндәре: өйҙә ултырып ҡына газ, электр уты өсөн һәм башҡа түләүҙәрҙе түләйһең. Тиҫтә йылдар күрешә алмаған класташтар, курсташтарҙы табып аралашаһың. Бынауы эпидемия мәлендә лә уҡыусы балалар тик интернет ярҙамында өйҙә генә ултырып, дистанцион уҡый алды. Электрон почта аша алыҫ араларҙы үтмәйенсә генә документтар ебәрергә, дауаханаға йәки башҡа хөкүмәт органдарына сиратҡа яҙылырға, ниндәйҙер рәсми ҡағыҙҙар юлларға мөмкин, әңгәмәсең менән тауыш аша ғына түгел, смартфон экранында бер-береңә ҡарап һөйләшеп була һәм башҡалар, һәм башҡалар.
Һис шикһеҙ, интернеттың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Шулай ҙа... Шулай уҡ тотош файҙа ғына микән интернет тигәндәре? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр уны яуыз ниәт менән дә ҡуллана. Иң күп зыян, бәлки, аҡса менән мутлашыусыларҙан киләлер. Компьютер, интернет, программалау серҙәрен яҡшы төшөнгән бурҙар бер ҡатлы ябай кешеләрҙең интернет-аккаунттарын "емереп" инеп, улар исеменән бөтә таныштарына бәләгә тарыуы, шул арҡала ашығыс рәүештә аҡса талап ителеүе тураһында алдыҡ хәбәрҙәр ебәрә. Кемдәрҙер ышана һәм танышы, туғаны йәки балаһы исеменән килгән интернет-хәбәрҙә күрһәтелгән банк картаһына аҡса күсереп тә ҡуя. Бындай тоҙаҡҡа бигерәк тә ата-әсәләр эләгәлер. Кем генә бәләгә тарыған үҙ балаһына ярҙам ебәрмәһен инде.
Һуңғы осорҙа бөтөнләй аңлашылмаған интернет-алдашыуҙың тағы бер төрө барлыҡҡа килде. Яуыз ниәтлеләр уйында аҡса эшләү түгел, ә кеше талаштырыу теләге. Кемдер ошоға оҡшаш хәлгә тарыһа, һығымта яһарға ашыҡмаһын ине. Был схема ниңәлер мәктәп уҡыусылары араһында таралған. Яуыз уйлы әҙәмдәр ниндәй булһа ла кешенең интернетта, мәҫәлән, "Бәйләнештә" ("В контакте") тигән сайттағы аккаунтының 100 процентҡа оҡшаш копияһын эшләй, шул уҡ фамилия, шул уҡ исем, шул уҡ фотолар урынлаштыра. Һәм копия-аккаунт исеменән ысын хужаның таныштарына йәки бөтөнләй таныш булмаған кешеләргә иң әшәке һүҙҙәр менән әрләү, рәнйетеү һүҙҙәре яҙа, ниндәйҙер фотолар ебәрә. Рәнйеүле хәбәр алған кеше танышының бындай ҡылығына, әлбиттә, аптырай, ул да насар һүҙҙәр менән ҡаршы яуап бирә йәки уны "ҡара исемлек"кә индерә (күп сайттарҙа-сервистарҙа "ҡара исемлек" функцияһы бар. Аралашҡың килмәгән кешене "ҡара исемлек"кә өҫтәһәң, ул һинең интернет-аккаунтыңды ҡарай алмай, хәбәр ҙә яҙа алмай). Ләкин яуыздарҙы был ғына туҡтата алмай, һиңә хәбәр яҙа алмаһа, ул "ҡорбанының" туғандарына тағы ла шул үҙе яһаған копия-аккаунт исеменән хәбәр ебәрә. Имеш тә, һеҙҙең туғанығыҙ миңә әшәке һүҙҙәр яҙа, шулайта-былайта...
Яуыздарҙың логикаһы, ысынлап та, аңлайышһыҙ. Улар уҡыусы балаларҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйып, ниндәй маҡсатҡа ирешергә теләй? Бәлки, кемдер шаяртып ҡына үҙенең программист-хакерлыҡ һәләттәрен һынап ҡарарға теләгәндер. Ләкин уйындан уймаҡ сыға, тигәнде иҫтән сығармайыҡ. Кеше һүҙе кеше үлтерә, тиҙәр, шаяртыу бик ҡиммәткә төшөүе ихтимал, Аллам һаҡлаһын!
Шуның өсөн ата-әсәләргә мөрәжәғәт иткем килә: балаларынан һорашһындар, бәлки, уларға ла шундай хәбәрҙәр килгәндер һәм аптырап, эстән генә уйланып-көйәләнеп йөрөйҙәрҙер. Был хәбәрҙәр сираттағы интернет-алдаҡ икәнен аңлатһындар.
Азат КӨМӨШБАЕВ.
Әбйәлил районы.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите.