Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
12 Ноябрь 2020, 17:39

Ҡайҙа һеҙ, милләт ҡото булған өләсәйҙәр, олатайҙар?

/

Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булараҡ, йәш быуын, йәғни кескәйҙәр менән бик йыш күрешәм, аралашам. Мине шул оло хафаға һала: башҡорт ауылдарында ла балалар русса һөйләшә, уларҙың теле русса асыла. Быға күптәр бошоноп түгел, ә ҡыуанып ҡарай, төҫлө. Имеш, күрәһегеҙме, минең балам бәләкәй генә булһа ла русса белә!
Эйе, заман башҡа—заң башҡа. Йәш ата-әсәләр балаларына китап уҡыу, әкиәт һөйләү, улар менән бәләкәстәрсә һөйләшеү урынына ҡулдарына телефон тоттроп ҡуя. Әлбиттә, русса ғына йәнһүрәттәр, видеолар ҡарап ултырған сабыйҙың төп аралашыусыһы ана шул гаджеттағы геройҙар.
Беҙҙең быуын олатай-өләсәйҙәр ҡулында үҫте. Ололар
беҙгә яҡшыны ямандан айырырға өйрәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ырымдарҙы һөйләне, тыйып үҫтерҙе. Үҫә килә һәр беребеҙ үҙебеҙ китап уҡый башланыҡ, гәзит-журналдар алдырҙыҡ. Ә хәҙер нисек? Йәш ғаиләләрҙә китаптар, матбуғат баҫмалары армы? Юҡ, әлбиттә. Ҡыҙғаныс. Телефон биргәнсе, “Аҡбуҙат”, “Йәншишмә”, “Аманат” һалһаларсы алдарына. Уҡый белгәне үҙе уҡыр, уҡый белмәгәненә нимә хаҡында һүҙ барғанын аңлатырға була. “Бына был бесәй, ул мыяулай. Мыраубай һөт ярата”, —тип һүрәткә ярашлы аралашыу булһа, ҡалай ҙа һәйбәт булыр ине. Юғиһә, кескәйҙәргә һүрәт күрһәтеп: “Был кем, был нимә?”—тип һораһаң, улар русса ғына яуап ҡайтара: кошка, собака, снег... Башҡорт ауылындағы бала шулай тигәс, рус араһында үҫкән ҡала балаларынан нимә өмөт итергә һуң? Ҡайҙа беҙҙең аҡыллы өләсәй-ҡартатайҙар? Улар ҙа “привет”, “внук”, “внучка” тип һөйләшмәһә ине. Бәлки, ейән, ейәнсәрем тип әйтергә тел әйләнмәйҙер, әммә матур итеп: “Һаумы, ҡыҙым”, “Һаумы, улым”, —тип һөйләшергә мөмкин бит.
Башҡортостанда рус теле менән бер рәттән башҡорт теле дәүләт теле тип иғлан ителгән. Әгәр беҙ, башҡорттар, үҙ телебеҙҙә һөйләшмәһәк, балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә өйрәтмәһәк, ул башҡа милләткә кәрәкме ни? Йәштәр, бәлки, аңлап етмәйҙер. Олатайҙар, өләсәйҙәр, һеҙҙе битараф булмаҫҡа саҡырам! Туған телен белеп үҫһен тоҡомоң, юғалтмаһын рухи байлыҡты.
Шәһиҙә Вәлиева, тәрбиәсе.
Баймаҡ районы.
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/feker/ay-a-e--mill-t-oto-bul-an-l-s-y-r-olatay-ar-534606/
Читайте нас: