Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Ноябрь 2020, 12:17

Республика Бөтә Рәсәй «ВИЧ-ҡа тест» акцияһына ҡушылды

-

Акция барышында Өфөлә аноним рәүештә бушлай тикшереү үтергә мөмкин. Күсмә лаборатория бөгөн баш ҡаланың «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексы алдындағы майҙанда эшләне. Теләге булған һәр кем ошонда уҡ анализ тапшыра алды. Һөҙөмтәләр 10 минут эсендә әҙер булды.
Организмда антиматдәләр барлығын ҡан тапшырмайынса, ауыҙ ҡыуышлығы аша ла белергә мөмкин. Был алым эште ябайлаштырып ҡына ҡалмай, сир булыу-булмауын дөрөҫ күрһәтә. Тест тапшырыусылар менән консультация үткәреү бурысы ла ҡуйылған.
Марина Крупянко, «ВИЧ-ҡа тест» бөтә рәсәй акцияһы психолог-консультанты.
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған акция июндә старт алды. Калининградтан Камчаткаға тиклем илдең бөгөн 44 төбәгендә һәм 200-ҙән ашыу ҡалаһында үткән. Сара 16 ноябрь Ҡазанда тамамланыр тип көтөлә.
Автор: Азат Ғәлиуллин.
Читайте нас: