Башҡортостанда "Спорт - йәшәү нормаһы" тип аталған төбәк проекты киң йәйелдерелә. Был проект бер үк ваҡытта "Демография" милли проектының бер өлөшө булып тора. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, "Демография" милли проекты стратегитик үҫеш йүнәлешен билдәләгән 12 проекттың береһен тәшкил итә.
Сибай ҡалаһында йылдан-йыл ГТО нормативтарын тапшырыусыларҙың һаны арта. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Сибай иң яҡшы ГТО нормативтарын тапшырыусылар рәтендә. Уларҙы алты йәштән алып теләүселәрҙең барыһы ла тапшыра ала.
Республиканың күпселек район һәм ҡалаларында Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек спорт майҙансыҡтарын төҙөү планлаштырыла. Сибайҙа ла тиҙҙән бар уңайлыҡтары һәм спорт ҡорамалдары булған өр-яңы спорт майҙансығы сафҡа инәсәк. Ул ҡаланың Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе биләмәһендә урын аласаҡ. Әле бында төҙөлөш бара.
Ҡаланың физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Николай Воробьев белдереүенсә, яңы спорт майҙансығында һәр кем үҙенең физик мөмкинлегенә ҡарап, спорт ҡоролмаларында сәләмәтлеген нығыта, спорт менән шөғөлләнә аласаҡ.
Яңы майҙансыҡ һәр кем өсөн уңайлы һәм асыҡ буласаҡ, теләгән кеше бында килеп, ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух икәнлеген барыһы ла яҡшы белә, шунлыҡтан сибайҙар спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә.