Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Ноябрь 2020, 20:42

Д витамины ни өсөн кәрәк?

-

Бөгөн табиптар дөрөҫ туҡланыуға иғтибар бүлергә саҡыра. Айырыуса ҡурҡыныс сир янаған мәлдә витаминлы аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирергә ҡуша. Айырып ҡына Д витаминын ашарға өндәүселәр ҙә бар. Ә ҡайһы ризыҡтар әлеге витаминға бай. Күҙ һалайыҡ.
Д витамины һөйәктәрҙе нығыта, фосфор кимәлен көйләй, ҡан ойошоусанлығын нормала тота, иммунитетты нығыта.
Д витамины (кальциферол) организмда кальция һәм фосфор метаболизмын көйләү, үҫтереү өсөн бик мөһим. Шулай уҡ
-кәрәкле матдәләрҙе үҙләштерергә ярҙам итә;
-организмдағы шлак һәм токсиндарҙы кәметә;
- фигураны тоторға ярҙам итә;
-йөрәк-ҡан тамырҙары сиренә кәртә булып тора;
-тире ауырыуҙары менән көрәшә;
- баш мейеһе эшмәкәрлеген көсәйтә, кәйефте күтәрә;
-гормональ балансты тота, эстроген, тестостерон синтезын яҡшырта;
-иғтибарҙы арттыра, уҡыусыларға ярҙам итә.
Билдәле, һәр нәмәлә сама мөһим. Витаминдарҙы ҡулланғанда ла кешенең йәшен, енесен, һаулыҡ кимәлен иғтибарҙа тоторға кәрәк. Д витаминын үҙләштереү өсөн йәш организмға иртәнге 11.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә ҡәҙәр ҡояш ваннаһын алыу ҙа етә. Өлкәндәр өсөн доза– 500-600 МЕ. Д витамины айырыуса үҫмерҙәргә, ауырлы ҡатындарға, өлкән йәштәгеләргә кәрәк. Ҡыш көнө ҡояш һүрелә, шуға ла ошо осорҙа Д витаминлы аҙыҡтарҙы ашарға кәңәш ителә.
Балыҡ, балыҡ майы, бауыр (һыйыр малының), майҙағы шпроттар, тауыҡ йомортҡаһы, һыйыр һәм кәзә һөтө, сыр, 5 йә 9 процентлы аҡ эремсек Д витаминына бай.
Саф һауала күберәк йөрөү ҙә ярҙам итер.
Автор: Резеда Вәлиева.
Читайте нас: