Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
9 Ноябрь 2020, 23:11

Башҡортостан тик-токерҙары яңы проектҡа берләшә

-

Башҡортостанда тик-токерҙарҙы берләштергән "BashHypeHouse” йәштәр проекты старт ала. Уның төп асылы һигеҙ тик-токерҙы бер йортта йәшәтеүҙән ғибәрәт. Был алым ҡатнашыусыларға ижади мөхиттә ҡыҙыҡлы контент булдырыуға мөмкинлек бирәсәк, ти проектты ойоштороусылар.
“100 LB” төркөмөнөң студия етәксеһе Алексей Амадеус, тик-токерҙарҙың берҙәм төбәк контенты бик ҡыҙыҡлы булыуы ихтимал, был тәңгәлдә Башҡортостандан сыҡҡан билдәле шәхестәргә иғтибар йүнәлтергә була, тигән фекерҙә. Әйткәндәй, ул үҙе лә проектта ҡатнашырға теләк белдергән.
"BashHypeHouse” – Башҡортостанда әлеге йүнәлештә булдырылған тәүге Тик-ТокХаус. Беҙҙә талантлы йәштәр бик күп. Һәм улар тыуған төйәгеңдә йәшәп тә үҫергә, ҡыҙыҡлы контент булдырырға мөмкин икәнен үҙ өлгөһөндә белергә, аңларға тейеш. Бөгөн ололар менән йәштәр араһында йыш ҡына аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуа: йәштәрҙең башланғыстарын ололар аңлап етмәй. Ә йәштәр Мәскәүгә ҡарай. Ә бит беҙҙә лә ҡыҙыҡлы әйберҙәр ижад итергә була, сөнки Башҡортостан – ул таланттар төйәге. Проектты асыу тантанаһында Элвин Грей ҡатнашһын ине тип теләйем. Ғөмүмән, Тик-ТокХаусҡа Башҡортостандан сыҡҡан билдәле кешеләр килеп, ижади бәйләнештәр урынлаштырһын”, - тигән теләктәрен дә еткерҙе Алексей.
Заманса йүнәлештәр буйынса эксперт Рәйес Ғәбитов әйтеүенсә, яңы проектҡа үҙен танытыу өсөн мөмкинлектәр етерлек.
“Тик-ТокХаус – йәштәр йәшәгән йорт, улар унда ҡыҙыҡлы контент ижад итеп, проектты ла һәм тик-токерҙарҙы ла үҫтерә ала. Бөгөн “Тик-Ток” донъяла иҫ киткес ҙур танылыу ала бара. Шуныһы ҡыҙыҡ: бында ҡыҙыҡлы контент эшләй алған кешенең бер нисә көн эсендә “йондоҙ”ға әйләнеүе ихтимал.
Бөгөн “Тик-Ток”та Башҡортостандан билдәле була барған йәштәр ҙә күп. Рәсәйҙә Тик-ТокХаустар күптән түгел, быйылғы яҙҙа ғына, барлыҡҡа килә башланы, уларҙың береһенең Башҡортостанда ла асылыуын хуплайым”, - тине Рәйес Ғәбитов.
Яңы проектҡа һайлап алыу бер нисә этапта үткәрелә. Тәүгеһе – 9 ноябрҙән 15 ноябргә тиклем – тик-токерҙарҙың аккаунттары конкурсы. Ҡатнашырға теләгәндәр үҙ аккаунттарын “BashHypeHouse”ға ебәрә ала. Икенсе этап 18 ноябрҙә старт ала. Был этапта ҡатнашыусылар команда төҙөү өсөн ике аҙнаға ваҡытлыса йәшәү урынына ебәрелә. Йәштәр тренерҙар менән эшләйәсәк. Һөҙөмтәлә төп проектты тормошҡа ашырыу өсөн һигеҙ ҡатнашыусы һайлап алынасаҡ.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас: