Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
8 Ноябрь 2020, 20:17

Тауыҡ ҡанаттары менән картуф

/

Был ризыҡты әҙерләү өсөн бер килограмм тауыҡ ҡанаттары, бер килограмм картуф, бер аш ҡалағы ҡаймаҡ, ярты сәй ҡалағы хмели-сунели, куркума, паприка тәмләткестәре, тоҙ, ҡара борос, үҫемлек майы кәрәк.
Тәүҙә тауыҡ ҡанаттарына тоҙ, борос, тәмләткестәр ҡушып, ҡаймаҡ һалып һәйбәтләп бутайбыҙ ҙа ярты сәғәткә ҡалдырабыҙ. Ул маринадланғансы картуфты әрсеп, эре итеп турайбыҙ һәм шулай уҡ самалап тоҙ, паприка, куркума, ҡара борос, үҫемлек майы өҫтәп бутайбыҙ.
Форманы майлап тәүҙә картуфты, шунан өҫтөнә тауыҡ ҡанаттарын теҙәбеҙ. Мейесте 190 градусҡа тиклем йылытып, йәмғеһе 60-80 минут тирәһе бешерәбеҙ. 30-35 минут үткәс, тауыҡ ҡанаттарын әйләндереп, уларҙың икенсе яғының тышын да ҡыҙартып алабыҙ.
Ял көнөгөҙҙөң табыны йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: koolinar.ru
Автор: Рисаля Юмагулова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Taui--anattari-men-n-kartuf-508358/
Читайте нас: