► Кәзә һөтө өс тапҡыр еңелерәк үҙләштерелә.
► Аллергиянан интегеүселәр кәзә һөтөн ҡурҡмай эсә ала. Унда аллергия килтереп сығарыусы альфа-1s-казеин матдәһе юҡ.
► Кәзә һөтөндә лактоза һыйырҙыҡынан 13 процентҡа кәмерәк. Шуға күрә уны лактозаны ҡабул итә алмаусылар ҙа эсә ала.
► Кәзә һөтөндәге аҡһымды организм тулыһынса үҙләштерә.
► Кәзә һөтө ашҡаҙан һуты кислоталылығын нейтралләштерә.
► Кәзә һөтө ашҡаҙаны, бөйән йәрәхәте киҫкенләшкәндә файҙалы.
► Псориаз борсоғанда, кәзә һөтөн талғын утта 2-5 минут ҡайнаталар. Унан икенсе һауытҡа бушаталар. Кәстрүл ҡырыйҙарына йәбешеп ҡалған шекәрәне зарарланған урындарға һөртәләр.
► Кәзә һөтөндә йөрәк ритмын яйға һалырға ярҙам итеүсе калий күп.
https://ural-rb.rbsmi.ru/articles/common_material/K-z--t--shifali-522621/