Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
2 Ноябрь 2020, 11:59

БЕҘ ҠАЙҺЫ ИЛДӘ ЙӘШӘЙБЕҘ?

/

Ҡайһы бер балаларҙың исемдәрен белгәс, “Беҙ ысынлап та Башҡортостанда йәшәйбеҙме ул?” - тигән һорау тыуа. Малайҙар Ромуаль, Роландо, Стивен, ҡыҙҙар Санти, Руана, Мава булғас, үҙеңде сит илдә һымаҡ тойорһоң да... Бәлки, йәш ата-әсәләр шул рәүешле үҙҙәрен “текә”рәк итеп күрһәтергә теләйҙер. Әммә ят исем ҡушып ҡына башҡаларҙы үтеп тә, башҡаларҙан яҡшыраҡ та булып булмай. Тәрбиәң, эшләгән изге эшең, тырышлығың ғына һине юғары күтәргәнен оноторға ярамайҙыр. Һәм шул бала үҫеп, дан ҡаҙанһа, милләттәштәре һоҡланып, ғорурланып: “Был бит беҙҙең Азамат! Был бит беҙҙең Айгөл”, - тип ҡыуанып ултырырға тейештер бит.
Ярай, башҡа милләт өсөн үтә борсолмайым. Ә бына башҡорттарҙа бит шул тиклем матур исемдәр бар. Мәҫәлән, бынан 30-40 йыл элек популяр булған Айгөл, Гөлназ, Айһылыу, Ғәлиә, Нәркәс исемдәре ни яғы менән насар? Хатта матур. Ә Заһир, Илдар, Морат ниңә оҡшамай һуң? Был исемдәрҙең дә мәғәнәһе бик яҡшы. Юғиһә, мосолман исеме ҡуш ти башлаһаң, йәштәр: “Маһира (һәр яҡлап оҫта тигәнде аңлата), Рәхимйән (шәфҡәтле, мәрхәмәтле йән) тип ҡушҡым килмәйсе”, - тип мыҫҡыл ташлай. Нәҡ боронғо исемдәрҙе генә күҙ уңында тоторға тимәгән бит, теләһәгеҙ, замансараҡ, матур исемдәр ҙә күп: Әхәт, Әнүәр, Камил, Айҙар, Азат, Салауат, Булат, Илһам, Заһит, Иршат, Рөстәм, Ринат, Нияз, Таһир, Ильяс, Гүзәл, Дилә, Зифа, Нуриә, Мәҙинә, Ләйлә, Шәүрә, Фәниә, Йәмилә.... Был исемлекте оҙон-оҙаҡ дауам итергә булыр ине.
«Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә, йыл башынан яңы тыуған малайҙар араһында – 17, ә ҡыҙҙар араһында 13 сабыйға үҙенсәлекле исем ҡушылған.
Республикала Аполлон, Биньямин, Ванцетти, Дантес, Зейд, Кавин, Кенан, Лазарь, Лео, Михаэль, Никас, Омур, Рем, Роландо, Ромуаль, Святогор, Стивен исемле малайҙар тәрбиәләнә.
Ҡыҙҙарҙың үҙенсәлекле исемдәре – Версалия, Веселина, Витэль, Каталина, Кирьяна, Ларина, Мава, Милалика, Руана, Санти, Саяна, Уралиә, Элия.
Нимә әйтке килә? Асылыбыҙға ҡайтайыҡ. Мосолман исемдәре бирәйек сабыйҙарға. Психологтар ҙа бит һәр исемдең энергетикаһы бар, ти. Көслө рухлы милләтебеҙ исемдәре балаларығыҙға көс, рух, ғәйрәт бирһен, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын!
Автор Резеда Валиева.
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/common_material/BE--AY-I-ILD-Y-Sh-YBE-517900/
Читайте нас: