Ҡасан тормош еңел булған икән? Кешелек үҙ үҫешендә һәр саҡ бөйөк идеологияларға, маҡсаттарға, еңеүҙәргә ынтылып йәшәй. Уларҙың һәр береһе тарихта тәрән эҙ ҡалдыра, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында тетрәндергес ваҡиғалар ҙа бихисап.
СССР-ҙағы репрессия ҡорбандары буйынса берҙәм база интернет селтәрендә “Үлемһеҙ барак” сайтында урынлашҡан. Сайт халыҡ иғәнәләре иҫәбенә эшләй. Унда 1917 йылдан 1991 йылға тиклемге дәүләт сәйәси золом ҡорбандары булған, атылған кешеләрҙең исемлеге тупланған. Йәмғеһе 1926707 кешенең исем-шәрифе индерелгән.
Проект тураһында
“Үлемһеҙ барак” проекты 2015 йылдың майында булдырыла. “Маҡсатыбыҙ – беҙҙең берҙәм тарихтың ҡурҡыныс осоро хаҡында иҫтәлек һәм хәтирәләр, хикәйәләр, фотолар, документтар һәм таныҡлыҡтар һаҡлау. Беҙ меңәрләгән тарихи дәлилде һаҡлаған сайт булдырҙыҡ”, – ти уның мөхәррире Андрей Шалаев.
Һәр фото аҫтында – кеше тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт, шулай уҡ ғаилә альбомынан фотолары менән иҫтәлектәр һәм архив документтары. Күп биттәрҙе туғандары алып бара һәм тулыландыра. “Эҙләү”гә баҫып айырым тарихты йәки кеше яҙмышын табырға мөмкин.
Ойоштороусылар уҡыусылар һорауы буйынса туғандарҙы эҙләүҙе еңеләйтеү өсөн дөйөм хәтер китабын урынлаштырған. Төбәктәр, илдәр һәм өлкәләр буйынса хәтер китабы базаһында алты миллиондан ашыу фамилия йыйылған. Был Рәсәй халҡы ғына түгел, ә Греция, Украина, Беларусь, Ҡаҙағстан, Латвия, Литва, Финляндия, Польша, Монголия, Ҡытай, шулай уҡ Европалағы һәм Азиялағы башҡа илдәрҙә йәшәгәндәргә лә ҡағыла.
Проектты ойоштороусылар сайтта золом ҡорбандары ғына түгел, ә милли, социаль, синфи, сәйәси, дини һәм ғаилә сәбәптәре буйынса эҙәрлекләүҙәргә дусар булғандарҙы ла индереү яғында.
Башҡортостандан ундағы исемлектә 54 996 кеше теркәлгән. Республикала тәүге ҡулға алыуҙар 20-се йылдар башында Башревком, РКП (б) обкомы, Башҡорт ЧК-һы, Башвоенкомат, Башҡорт халыҡ комиссарҙары советы (СНК), Наркомпрод араһында Башҡортостандағы федерализм принциптарының һәм автономияны тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса фекер айырымлыҡтары һөҙөмтәһендә үтә. Күп кенә яуаплы хеҙмәткәрҙәр ҡулға алына.
Мәсет һәм сиркәүҙәр ябыла, руханиҙар эҙәрлекләнә. Коллективлаштырыу осоронда Башҡортостанда 25,5 мең крәҫтиән хужалығына “кулак” мөһөрө тағылған. РСФСР Енәйәт кодексының 58-се статьяһы – советтарға ҡаршы эшмәкәрлек буйынса 22,5 мең крәҫтиән репрессияға дусар ителгән, 32 меңгә яҡын кеше Себергә һәм илдең төньяҡ райондарына һөргөнгә ебәрелгән, 30 меңгә яҡын кеше махсус ҡасабаларға урынлаштырылған.
Сәйәси золом ҡорбандары исемлеге партия һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан һәр район һәм ҡала буйынса алдан төҙөлгән. Яза биреү тураһында ҡарар суд һәм судтан тыш органдар тарафынан сығарылған.
1937 – 1938 йылдарҙағы сәйәси репрессия айырыуса киң ҡолас ала (“оло террор”). И.В. Сталиндың ҡушыуы буйынса “халыҡ дошмандары”н фаш итеү буйынса кампания киң йәйелдерелә. Ғ.Ф. Вилданов, Ғ.Д. Дәүләтшин, В. Мортазин-Иманский, Д. Юлтый кеүек фән, мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре, комсомол башлыҡтары, уҡытыусылар, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре “буржуаз милләтселек”тә, “вәлидовсылыҡ”та, “солтанғәлиевщина”ла ғәйепләнелә. Ә.Ә. Бейешев, Ю.Ю. Бикбов, Х.Й. Йомағолов, Х.Ҡ. Ҡушаев, М.Л. Мортазин, М.Д. Халиҡов һәм башҡа башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашҡан зыялыларҙың барыһы ла тиерлек репрессия ҡорбанына әйләнә. БАССР-ҙа сәйәси енәйәттәрҙә ғәйепләнеп, 50293 кеше хөкөм ителгән, йәғни төрмәгә ябылған йәки атылған. Репрессия ҡорбандарының күпселеген социаль сығышы буйынса – крәҫтиәндәр, эшселәр, руханиҙар, зыялылар, ә милли сығышы яғынан бик күп милләт вәкилдәре тәшкил иткән.
Анығыраҡ әйткәндә, Башҡортостанда золом ҡорбандары 50 меңдән ашыу кеше булған, милли составы буйынса рустар – 30, башҡорттар – 28, татарҙар – 24, башҡа милләт вәкилдәре 18 процент тәшкил иткән.
Белем кимәле буйынса, белемһеҙҙәр – 45, башланғыс белемлеләр – 40, урта белемлеләр – 12, юғары белемле кешеләр 2,5 процент булған. Мәшғүллек буйынса, крәҫтиәндәр – 70, эшселәр – 14, эшһеҙҙәр – өс, интеллигенция – һигеҙ, дин вәкилдәре өс процентҡа тиң. Репрессияға эләккән 70–74 йәшлектәрҙең – 80, 60–64 йәштәгеләрҙең – 36,4 проценты, ә 55–59 йәштәгеләрҙең өстән бер өлөшө атылған.
Махсус ауылдар барлыҡҡа килә
ХХ быуаттың 30-сы йылдары башында Төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарының төп идаралығы (ГУЛАГ) системаһы үҫешә. Тәүге ағымға “кулак” мөһөрө тағылған крәҫтиәндәр эләгә: 1931 йылда БАССР-ҙан Урта Уралға, Себергә, СССР-ҙың төньяҡ райондарына (6042 ғаилә – 32,3 мең кеше) торф сығарыуға, Башҡортостандың урманлы райондарына ағас эшкәртеүгә, Өфөнөң яңы төҙөлөштәренә (3409 ғаилә – 14,6 мең кеше) оҙатыла. Ауылдар леспромхоздар, сәнәғәт һәм сеймал табыу предприятиелары эргәһендә төҙөлә – Өфө моторҙар берекмәһе, Өфө фанера комбинаты, “Башпромкомбинат”тың Өфө электр станцияһы һәм башҡалар. 1931 йылда махсус биләмәләрҙә 5,8 мең ғаилә, йәғни 30 мең самаһы кеше йәшәгән.
БАССР-ҙың Белорет районында – Йырматау, Капкалка, Көҙйылға, Нура, Отнурок, Үрге Төлмәй, Уртансы Төлмәй, Түбәнге Төлмәй, Нуриман районында – Вершина, Гоголевские Прудки, Каменное Заделье, Матур Аҡлан (Красивая Поляна), Осиновый Лог, Салдыбаш, Саула, Ҡариҙел районында – Березовый Лог, Үрге Рәзим, Иҫке Кирҙә, Дыуан районында – Кульвараш, Б. Кутюм, Өфө районында Моторҙар заводы, ЦЕС (Сипайлово ауылы янында), Южный кеүек махсус ҡасабалар барлыҡҡа килә. Уларҙа район йәки ҡасаба комендатуралары булған. Улар кәртәләп алынған һәм даими рәүештә махсус һаҡланған. Күсеп килгән ғаиләләр өсөн барактар төҙөлгән.
Һәр махсус ҡасаба комендант етәкселегендәге ҙур булмаған концентрацион лагерҙы кәүҙәләндергән. Ҡасаба халҡының эшкә йәлеп итерлектәре урман йығыуҙа, торлаҡтар һәм сәнәғәт объекттарын төҙөүҙә файҙаланылған. Махсус ҡасабалар аҙыҡ-түлек менән насар тәьмин ителгән. Медицина хеҙмәте бөтөнләй тиерлек күрһәтелмәй. Ауыр эш, аслыҡ, ҡышҡы һыуыҡ күпләп үлемгә сәбәпсе була. 1932–1933 йылдарҙа ғына 2156 кеше вафат була.
1940 йылға ҡарата золом ҡорбандары 12,7 мең кеше (3110 ғаилә) булһа, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төбәккә Ҡырым халыҡтары депортациялана. Улар араһында әрмән, болгар, грек, караим, ҡырым татарҙары, сиған, шулай уҡ хәрби әсирҙәр, поляктар, Волга буйы немецтары һәм башҡалар була. 1949 йылға 18,3 мең махсус мәжбүри күскенсе иҫәпләнгән. 50-се йылдарҙа законһыҙ репрессияланғандарҙы аҡлау башланғас, махсус ҡасабаларҙы ябырға тоналар.
Белорет районында сәйәси золом ҡорбандары Йырматау, Капкалка, Көҙйылға, Нура, Отнурок, Үрге Төлмәй, Уртансы Төлмәй, Түбәнге Төлмәй ауылдарында күпләп ерләнгән. Хәҙер инде был урындарҙа иҫтәлекле билдәләр һәм мемориаль таҡталар, һәйкәлдәр михнәттәргә дусар булғандар хаҡында һөйләп тора. Уларҙың береһе Йырматауҙа 2011 йылда асылды.
Был махсус ауыл Туҡан ҡасабаһынан (ул саҡта ҡасаба тип атала ине) 30 саҡрымда урынлашҡан. Ул 1929 йылда ирекле күсеп килеүселәр тарафынан төҙөлә. 1930 йылда иһә был ауылға “кулак” мөһөрө тағылған тиҫтәләрсә ғаилә һөргөнгә ебәрелә. Улар рудникта эшләй, тимер юл төҙөй, ағас ҡырҡа. 1932 йылда тағы ла ошондай ғаиләләр килә. Бөтәһе өс мең кеше. 18 һәм 19 фатирлы барактарҙа йәшәйҙәр. Үҫмерҙәрҙе, тәрбиәләү маҡсатында, “совет власы дошманы” булған ата-әсәләренән айырып, дүрт бүлмәле йорттарҙа айырым урынлаштыралар.
Көҙйылға (Межгорье) махсус ауылының 30-40-сы йылдарҙа һәләк булған тотҡондарына һәйкәл 2013 йылда ҡуйыла.
Бер ауылдан – өс халыҡ комиссары
Белорет районының Сермән ауылында ла сәйәси золом ҡорбандарын йыл һайын иҫкә алалар. 1989 йылда ауыл үҙәгендә һәйкәл-мемориал төҙөлә. Унда Бөйөк Ватан һуғышы һәләк булған һәм әйләнеп ҡайтмағандарҙың мәрмәр ташҡа ҡайып яҙылған исемлеге эргәһендә золом ҡорбандарының исемдәре лә урын ала. 2006 йылда яңы социаль мәҙәни үҙәк төҙөлгәс, уны һүтәләр. 2012 йылда репрессия ҡорбандарына айырым таш ҡуйыла.
Сермәндәр 1985 йылдан бирле 30 октябрҙә сәйәси золом ҡорбандары булған ауылдаштарын иҫкә алырға йыйыла. Уларҙың алтыһының исеме ауыл урамдарына бирелгән, шулай тейешле документтар һәм экспонаттар урындағы музейҙа һаҡлана.
Район гәзите “Урал”да Роман Алферовтың мәҡәләһендә күрһәтелгән мәғлүмәттәр буйынса, 1937 йылдың ноябрендә генә (бер айҙа!) иң ҙур башҡорт ауылынан 29 кеше ҡулға алына, уларҙың күбеһе “халыҡ дошманы” тип ғәйепләнеп атыла.
Сермәндән сыҡҡан һәм республикала билдәле булған дәүләт эшмәкәрҙәрен дә сәйәсәт машинаһы аямай. Был ауыл өс халыҡ комиссары биргән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың өсөһө лә репрессия ҡорбанына әйләнә.
Дәүләт эшмәкәре Шаһиәхмәт Мөхәмәтдин улы Дауытов 1927 йылдан БАССР-ҙың социаль тәьминәт, ә 1928 – 1930 йылда — игенселек буйынса халыҡ комиссары була. 1934 – 1937 йылдарҙа – Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, СССР-ҙың II – VII саҡырылыш Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы, Советтарҙың IV – VI Бөтә Союз, Советтарҙың XIII – XVI Бөтә Рәсәй съездары, II – V Бөтә Башҡорт съездары делегаты. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан. 1937 йылдың 4 авгусында ҡулға алына һәм 27 ноябрҙә атып үлтерелә, уға 43 йәш кенә була. 1956 йылдың майында аҡлана.
Кинйәбай Хәйретдин улы Ишмөхәмәтов – башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 28-се кавалерия полкының 4-се эскадроны командиры, 2-се Башҡорт кавалерия полкының 4-се эскадроны командиры була. 1923 йылдан — кантондың финанс, 1924 йылдан — социаль тәьминәт бүлегендә, 1927 йылдан ер идаралығы начальнигы булып эшләй. 1928 йылда Тамъян-Ҡатай кантонының башҡарма комитеты рәйесе итеп ҡуйыла.
1931 йылда Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары вазифаһына тәғәйенләнә. Был вазифала уға оҙаҡ эшләргә насип булмай. 1937 йылдың 26 сентябрендә ҡулға алына һәм 27 ноябрҙә атып үлтерелә. Уға ла 43 йәш була. 1956 йылда уны ла аҡлайҙар.
Ибраһим Хафиз улы Абыҙбаев – Башҡортостанда мәғарифҡа етәкселек итеүгә, уны камиллаштырыуға, педагогия кадрҙары әҙерләүгә үҙ өлөшөн индергән халыҡ комиссарҙарының береһе. Совет партияһы, дәүләт эшмәкәре була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға мәғариф комиссары булып оҙаҡ эшләргә насип булмай – 1937 йылдың октябрендә нахаҡ бәлә яғылып, Сталин репрессияһына эләгә – 1937 йылдың 8 декабрендә 36 йәшендә һәләк була.
Был исемлекте әллә күпме дауам итергә була...