Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
28 Октябрь 2020, 16:47

Ноябрь башында рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

*

Ноябрь башында рәсәйҙәрҙе 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеген байрам итеүгә бәйле ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә. Быйыл ул шаршамбыға тап килә. Был хаҡта ТАСС хәбәр итте.
«Ноябрь башында рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә. Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеүгә бәйле 4 ноябрь ял була. Шулай итеп, ноябрҙең тәүге аҙнаһында дүрт көн — 2 һәм 3 ноябрҙә, шулай уҡ 5 һәм 6 ноябрҙә эшләйбеҙ», — тип хәбәр итте ТАСС.
Шишәмбе, 3 ноябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Рәсәйҙәрҙе киләһе ҡыҫҡа эш аҙнаһы декабрь аҙағында ғына көтә.
Быйыл 31 декабрь кесаҙнаға тап килә һәм ҡыҫҡа эш көнө булып тора. Яңы йыл каникулдары 2021 йылдың 1 ғинуарынан 10-ына тиклем дауам итә.
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: