Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Октябрь 2020, 13:46

Күңелендә тик изгелек

Бүребайҙан хеҙмәт ветераны Вәлимә Атанова 85 йәшлек оло юбилейын билдәләне

Үҙ ғүмерендә күпте күргән һәм кисергән, тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәгән һәм лайыҡлы ғүмер юлы үткән оло быуын вәкилдәре һәр саҡ һоҡланыу уята. Улар беҙгә сабырлығы, тәрәнә аҡылы, эшһөйәрлеге, тормошонан ҡәнәғәт була белеүҙәре менән өлгө булып тора. Бүребай ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Вәлимә Сәлимйән ҡыҙы ла Аллаһы Тәғәләнең биргәненә шөкөр итеп йәшәй. Һәр атҡан таңға ҡыуанып, уны изге доғалары менән ҡаршылай. Туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуалаһа ла баҡса үҫтерергә, тәмле итеп бешеренергә, бәйләргә оҫта.
Вәлимә инәй 1935 йылда Йәнтеш ауылында донъяға килгән. Ҡәһәрле һуғыш башланып, атаһы фронтҡа киткәс, әсәһе көн дә һыйырын етәкләп һабан һөрөргә йөрөй. Инәй ҡустыһы һәм сәңгелдәктә ятҡан сабый ғына һеңлеһе менән өйҙә ҡалалар.
  • Әсәйем ҡара таң менән һабан һөрөргә сығып китә лә, хәле бөтөп кискә генә ҡайтып инә ине. Ә бәпәй көнө буйына ас сәңгелдәктә ята. Әсәйем марлегә төрөп бәпәйгә бирегеҙ тип ҡалдырып киткән икмәкте һеңлебеҙгә бирмәй үҙебеҙ ашап, уйнап тик йөрөгәнбеҙ, сөнки беҙ ҙә бәләкәй булғанбыҙ бит инде. Бәләкәй һеңлебеҙ үлгәс, әсәйем ҡустым менән икебеҙҙе Аҡҡужа ауылына алып барып, шунда бер инәйҙә өйҙәш булып йәшәнек. Унда бер йәй йәшәгәс, бер туғаныбыҙ килеп Бүребайға алып ҡайтты. 1953 йыл мин Бүребай мәктәбендә 7-се класты тамамланым һәм рудникка эшкә урынлаштым. Ошонда экскаваторҙа эшләп йөрөгән тормош иптәшем Тәлғәтте осратып, 1957 йылда кейәүгә сыҡтым,- тип хәтер йомғағын һүтте юбиляр.
  • Тормош иптәше Тәлғәт Ишбулды улы менән бер ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Икеһе лә руда идаралығында намыҫлы хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сығалар.
    Әле ҡыҙы Гүзәл Бүребайҙа үҙе менән, улы Ринат Санкт-Петербург ҡалаһында, икенсеһе Таһир Сибайҙа йәшәй.
    -Тормош иптәшем Тәлғәт бер ваҡытта ла спиртлы эсемлектәр эсмәне, үҙемә яҡшы ир, балаларға хәстәрлекле атай булды. Үҙе етем үҫкәс, балаларына хатта иғтибарлы булды, уларға бер ҙә тауыш күтәрмәне. 53 йыл бергә татыу ғүмер кисерҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан 8 йыл элек вафат булды, -- тип йылы һүҙҙәр менән хәтергә алды тормош иптәшен Вәлимә Сәлимйән ҡыҙы.
    Вәлимә инәй күп йылдар инде дин юлында. Мәсеткә, аяттарға йөрөй. Биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай. Көн дә Ҡөрьән уҡый, тәсбихен ҡулынан төшөрмәй тарта. Бөгөн ул балалары, алты ейән-ейәнсәре, өс бүлә-бүләсәре араһында ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй. Тиҙҙән тағы бер бүләсәре донъяға киләсәк.
    • Әсәйем бәйләргә, хоккей ҡарарға ярата. Төрлөләндереп бешеренә. Мин эштән ҡайтыуға тәмле итеп манты, билмән йәки башҡа аш-һыу әҙерләп ҡуя. Беҙҙә бер көн ашаған ризыҡ ҡабатланмай. Йәй буйы баҡсанан сыҡмай, ултыртҡан йәшелсәләре хатта уңа. Һәр саҡ хәрәкәттә, бер ҙә тик ултырмай. Айырыуса күп уҡый. Хәтер-зиһене лә яҡшы Аллаға шөкөр. Дөрөҫ туҡлана, майлы аҙыҡ ашамай. Йылына бер нисә тапҡыр аят уҡыта. Таң менән тороп, икәүләп сәй эсәбеҙ. Иртәнсәк фатихаһын биреп, эшкә оҙата. Шуға күрә юлым уңа. Үҙем алтмышты үткәндә янымда әсәйем булыуы оло бәхет. Ҡәҙерлебеҙҙе юбилейы менән ҡотлайым һәм беҙгә терәк-таяныс булып, йөҙгәсә йәшәүен, һау булыуын теләйем, -- ти ҡыҙы Гүзәл.
    • Уҙған ғүмеремә үкенмәйем, яҙмышыма зарланмайым. Матур тормош юлы үттем. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булыу миңә көс-ҡеүәт өҫтәй. Көн дә һәр атҡан таңға ҡыуанып, ил-йортҡа именлек, балаларыма һәм яҡындарыма һаулыҡ теләп доғалар ҡылам. Тормошомдан ҡәнәғәтмен, шуны бүләк иткән Аллаһы Тәғәләмә сикһеҙ рәхмәтлемен. Йәштәр бөгөнгө матур тормоштоң ҡәҙерен белһендәр. Иң мөһиме, бөтә бәләнең башы булған, спиртлы эсемлек, тәмәке менән мауыҡмаһындар. Эсмәгән кешенең донъяһы алға бара, ундайҙарға Хоҙай үҙе ярҙам итә. Минең кеүек оҙон ғүмерле булһындар,- тигән изге теләктәрен еткерҙе Вәлимә инәй.
    • Вәлимә Атанованың именлектә, һаулыҡта тағы ла оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисереүен теләп ҡалабыҙ.
      Читайте нас: