Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Октябрь 2020, 13:37

Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы

-

Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында "Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары" республика конкурсында еңеүсе 50 уҡытыусыға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премиялары тапшырылды.
Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре уҡытыусыларына Хөкүмәт премиялары 2007 йылдан башлап бирелә. Йыл һайын уға 25 башҡорт теле һәм әҙәбиәте, 25 рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы лайыҡ була. Быйыл республика комиссияһы 125 уҡытыусының конкурс эштәрен тикшерҙе. 77 башҡорт теле һәм 448 рус теле уҡытыусыһы араһынан иң яҡшы 50 педагог 50-әр мең һум аҡсалата премия алды. Шул иҫәптән беҙҙең райондан Татыр-Үҙәк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Назарова ла был мәртәбәле премияға лайыҡ булды.
-Иҫ белгәндән алып уҡытыусы булырға теләнем. Башланғыс кластарҙа уҡығанда үҙ класымдың бөтә уҡыусылары исемлеге булған журнал алып барҙым. Ҙур теләк менән баһалар ҡуйҙым, 5 кенә түгел, ҡайһы саҡ ҙур 2-не лә сәпәнем. Был көндө, бәлки, көндәлегемә үҙем шундайҙы алғанмындыр. Өлкән кластарҙа иһә мәктәп сараларын үткәрергә яраттым. Артабан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инергә тәҡдим иткәстәр, ата-әсәйемдәр менән һөйләшеп ризалаштым.
Хеҙмәт юлымды Татыр-Үҙәк мәктәбендә башланым. Тәүге тапҡыр мәктәпкә ингәндә ныҡ тулҡынланғанымды, ә инде мәктәп директоры Семен Петрович алдында нимә әйтергә лә белмәй торғанымды әле лә хәтерләйем.
Оҙаҡ йылдар эшләгән был мәктәптә шундай яҡшы коллегалар менән осраштырғанына яҙмышыма рәхмәтлемен. Яңы үрҙәргә илһамландырған уҡыусыларым менән һоҡланып туя алмайым. Хеҙмәтеңден емештәрен татыу оло бер ҡыуаныс. Бындай мәртәбәле бәйгелә еңеүем һуңғы булмаҫ тип ышанам,- ти Гөлназ Әнүәр ҡыҙы.
Гөлназ Назарова педагогия өлкәһендә 28 йыл стажы булған тәжрибәле уҡытыусы. Уҡытыуҙан тыш, “Йәш эҙләнеүсе” тигән түңәрәк алып бара. Уҡыусылар менән республика кимәлендәге бәйгеләрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урындар алалар. Шулай уҡ уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа ла еңеүҙәргә өлгәшә.
  • Уҡыусылар менән даими эшләгән һайын уларҙың бәйгеләрҙә йәки конференцияларҙа ҡатнашыу теләге, предметҡа ҡыҙыҡһыныуы арта. “Йәншишмә” балалар һәм үҫмерҙәр гәзите менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ. Шулай уҡ “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитендә лә уҡыусыларымдың эштәре даими донъя күрә. Үҙем дә мәҡәләләр яҙам. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу өсөн ҡыҙыҡлы темалар һайлап, йүнәлеш биреп ебәрһәң, уҡыусылар артабан үҙҙәре ҡыҙыҡһынып эҙләнә башлай. Әлбиттә, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, төп маҡсатым –уҡыусыларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү, уларҙы күберәк башҡортса аралаштырыу, урыҫ балаларында башҡорт теленә ихтирам тойғоһон уятыу. Сөнки бөгөн уҡыусылар араһында аралашыу тулыһынса рус телендә булып бара, шуныһы күңелде ҡыра, -- ти Гөлназ Әнүәр ҡыҙы.
  • Үҙ һөнәрен яратып, бөтә күңелен һалып башҡарған Гөлназ Әнүәр ҡыҙының педагогия өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан бирелгән Почет грамотаһы ла һөйләй.
    -Уҡытыусы һөнәрен һайлағанға бер ҙә үкенмәйем. Икенсе өлкәлә үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Каникулдарҙа уҡыусыларымды һағынып өлгөрәм. Улар менән эшләүе ҡыҙыҡ. Әлбиттә, бөгөн педагогтарға заман менән бергә атларға, ҡайһы берҙә ҡараштарын үҙгәртергә тура килә. Уҡыусыларға предметты өйрәтеп кенә ҡалмайбыҙ, ә оло тормошҡа әҙерләйбеҙ, дөрөҫ юл һайларға ярҙам итәбеҙ. Киләсәктә беҙ биргән кәңәштәрҙе тотһалар, беҙҙең өсөн ҡыуаныс. Уҡыусыларҙың фекеренә лә ҡолаҡ һала белергә кәрәк. Уҡытыусы өсөн иң ҙур баһа – уҡыусыларының рәхмәт һүҙен ишетеү һәм уларҙың уңыштарын күреү,-- ти тәжрибәле педагог.
    Гөлназ Әнүәр ҡыҙын оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла яңы ҡаҙаныштар, үрҙәр яулауын һәм белем алырға ынтылған уҡыусыларының күберәк булыуын теләп ҡалабыҙ.


    Читайте нас: