Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Октябрь 2020, 21:34

Өфөлә 22 октябрҙә Ағиҙел аша иҫке күперҙән транспорт хәрәкәте сикләнә

*

22 октябрҙә «Өфөнән һөйөү менән 2. Йыл ғаиләһе» нәфис фильмын төшөрөүгә бәйле иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем Ағиҙел аша иҫке күпер транспорт хәрәкәте өсөн ябыла.
Өфө хакимиәте баш ҡала халҡынан, ҡунаҡтарынан хәрәкәтте сикләүҙе аңлап ҡабул итеүҙәрен һорай һәм уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә.
Читайте нас: