Бейемем Маһибәҙәр Ҡоҙабаева Аҡъяр ауылында Мостафа һәм Хәҙисә Усмановтар ғаиләһендә алтынсы бала булып, бынан 90 йыл элек донъяға ауаз һала.
1910 йылдар тирәһендә 40 йәшлек Мостафа тәүге ҡатыны мәрхүм булғас, ике ҡыҙын Миңсылыу һәм Ғәйшәне эйәртеп, 16 йәшлек ҡыҙ Хәҙисә менән Ҡазан ҡалаһынан Аҡъярға күсеп киләләр. Һуңынан Миңсылыу Учалы районына, Ғәйшә Сәғит ауылына кейәүгә сығалар. Ҡыҙҙарының фаразлауынса, ата-әсәһе ике балалы өлкән иргә Хәҙисәне бирмәгәс, ҡасып килгәндәрҙер. Мостафа Усмановтарҙың ғаиләһе өлгөлө, ихтирамлы була, үҙе тун тегергә оҫта, ҡатынын “Күмәссе Хәҙисә” тип йөрөтәләр, колхозсыларға тәмле, күпереп торған икмәк бешерә. Бейемдең бер туған апайҙары Зарифа, Ғәрифә, Маһикамал, ағаһы Әхмәтсафа, ҡустыһы Яҡуп була. Улар барыһы ла һуғыштан һуңғы ауыр тормошта юғалып ҡалмай, матур итеп тормош көтөп, намыҫлы, эшсән, уңған балалар үҫтерҙеләр. Тик шуныһы аяныслы, бөгөнгө көндә береһе лә тере түгел.
Кинйә ҡыҙға иркәләнеп үҫергә мөмкинселек булмай, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ни бары 11 йәш була. Һуғыш... Күпме сабыйҙың яҙмышын, өмөт хыялдарын селпәрәмә килтергән, бала саҡ бәхетен урлаған ул. Әсе ғазаптар, аслыҡ, үлем, хәүеф-хәтәр уларҙы бик тиҙ өлкәндәр сафына индергән. Яҡшы билдәләргә уҡыһа ла, уҡыу ҡайғыһы булмай, эшкә егелә, “Сталин” колхозында иген утап, бесән саба, күбәләй, үҫә төшкәс, тракторсыға ярҙамсы була, һабанға үгеҙ егеп, ер ҙә һөрә, ас үгеҙ тиҫкәреләнһә үҙе бер тарих... Төнө буйы шәм яҡтыһында йөн иләп, һалдаттарға ойоҡтар, бейәләй бәйләгәндәр, ә таң менән колхоз эшенә сығаһың. Һуғыштың ауырлығы өлкән инәйҙәргә, ҡатындарға, бала сағаларға төшә, сөнки ир-егеттәр, үҫмер ҡыҙҙар һуғышҡа алына. Шулай итеп Бөйөк Еңеүҙә һуғыш балаларының өлөшө ҙур. Аслыҡ, һыуыҡ, кейем юҡ. Һуғыш осоронда күргәндәрен әле лә онотмаған – һәр көнөн сәғәтен иҫләй, сөнки ул уның йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра булып уйылған. Бер туған ағаһы Әхмәтсафа һуғышта 2 ай ғына була ла, хәбәрһеҙ юғала.
20 йәшлек Маһибәҙәрҙе димләп, 17 йәшлек Юнысҡа кейәүгә бирәләр, сөнки уның әсәһе мәрхүм була, 11 йәшлек Зәйнәпкә тәрбиә кәрәк. Өс йылдан Юнысты армияға алалар, ул Ҡаҙағстан Републикаһында Ленинск ҡалаһын төҙөүҙә ҡатнаша, Байконурҙа хәрби уҡыуҙа ла була, быны алған грамоталары дәлилләй. Бейемем, Фәниҙә апай һәм минең тормош иптәшем Хәбир менән ҡалып, "Фрунзе" колхозында төшкә лә ҡайтмай эшләй, ике бәләкәс баланы бикәсе Зәйнәп апай ҡарай. Уға рәхмәттәрен әйтеп, аяттар уҡыта, әле лә йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Әрменән ҡайтҡас, ҡыҙҙары Фәриҙә тыуа.
Ҡайным 10 йәшенән колхозда эшләй башлай, "Фрунзе" колхозы рәйесен атта йөрөтә, үҫә төшкәс трактор ремонтлау цехында эшләй. Армиянан ҡайтҡас, тракторсылар бригадиры була. Үҙ ваҡытында сәсеп, уңыш йыйыу өсөн ялһыҙ көн-төн 44 йыл тырышып эшләй, быны бихисап грамоталары, “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы, “Социалистик биш йыллыҡ ударнигы” билдәһе һөйләй. Тик ҡәһәрле ауырыу уны 54 йәшендә генә яҡындарын ҡайғыға һалып, теге доньяға алып китә, ике айҙан һуң ҡыҙы Фәриҙә лә мәрхүм була. “Бала ҡайғыһы йөрәктә”, – тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Бейем дә кинйә ҡыҙын юғалтыуҙы бигерәк ауыр кисерә.
Тик ауырлыҡтарға бирешмәй, 2-се Аҡъяр мәктәбендә фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, пенсияға сыға. Ул бәхетле өләсәй, сөнки ейәне Айнур, ейәнсәрҙәре Фларида, Луиза, Сәриә, өс бүләһе, ете бүләсәре һәм ике тыуасары бар. Ейәне, ейәнсәрҙәре, ике буләсәре юғары белем алып, яратҡан һөнәрҙәре буйынса эшләп, гөрләтеп тормош көтәләр. Өлкән булыуына ҡарамай, бейем башҡорт телендә гәзит, журналдар яҙҙырып, бер битен ҡалдырмай уҡый, китап ҡулынан төшмәй, БСТ каналын яратып ҡарай.
Тормош иптәшем Хәбирҙе эшсән, уңған, аҡыллы, намыҫлы, кешелекле, изгелекле итеп тәрбиәләгәндәре өсөн бейем менән ҡайныма сикһеҙ рәхмәтлемен.
Тыл хеҙмәтсәне Маһибәҙәр Ҡоҙабаеваның “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында фиҙәкәр хеҙмәте өсөн”, Бөйөк Еңеүҙең 50, 60, 65, 70 йыллыҡ юбилейҙарына” ҡарата тапшырылған наградалары бар.
Бейемде оло юбилейы менән ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек теләйбеҙ.