-10 °С
Болотло
«Ваҡыт уҙа, фекерҙәшебеҙ һәм дуҫыбыҙ, Башҡортостан һәм Рәсәй патриоты Артур Әхмәтхановты һуңғы юлға оҙатҡан көндән йыл ярым самаһы ваҡыт үтеп китте. Яҙмыш ҡушыуы буйынса, бөтә ғүмерен Рәсәйгә хеҙмәт итеүгә арнаны, һуңғы йылдарҙа республикабыҙ хөкүмәтендә эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәкерле ауырыу уны беҙҙең сафтан тартып алды. Был – минең өсөн оло юғалтыу. Эргәлә ошондай көслө һәм ышаныслы кеше булғанда күп мәсьәләләр һөҙөмтәлерәк хәл ителде. Был – һәммәбеҙ өсөн дә һис кем менән алмаштыра алмаҫлыҡ юғалтыу. Һәйкәл асыу – уның хәрби хеҙмәтенә һәм тормош юлына, туғандарына һәм яҡындарына ихтирам күрһәтеү ул. Беҙ уларҙы бер ҡасан да онотмаҫбыҙ. Улар һәр саҡ беҙҙең менән булыр. Артур Фәрүәз улы, һеҙ һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктә булырһығыҙ», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәйкәлде асыу тантанаһында.
«Артур Фәрүәз улы милли гвардия ғәскәрҙәрендә абруйлы етәкселәрҙең береһе булды. Уның менән бергәләп Волга буйы федераль округы сиктәрендә яңы структура ойошторғайныҡ. Ул полицейскийҙар, ғәскәр подразделениелары һәм махсус тәғәйенләнештәне көстәр араһында ҙур абруй яуланы. Уның хеҙмәте бөйөк, тотош коллектив исеменән уның алдында баш эйәм. Артур Фәрүәз улы, беҙ һине онотмаҫбыҙ. Мәңгелек хәтер», — тип билдәләне Александр Порядин.
Фото: Олег Яровиков, Валерий Шахов