Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Октябрь 2020, 21:49

Башҡортостанда йылы һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡлана

*

Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда йылы һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡлана. Был көндәрҙә яуым-төшөм көтөлмәй.
«14, 15 октябрҙә һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә +2,+7, урыны менән 0,-5, көндөҙ +14,+19 градус була. 16 октябрҙә йылы һауа торошо һаҡлана, ләкин болоттарҙың йыйылыуы сәбәпле көндөҙ +11,+16 градусҡаса түбәнәйә. Атмосфера фронты яҡынлашҡас, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин», — тип һөйләне синоптиктар.
Ләкин ял көндәрендә республикаға һалҡын һауа фронты килә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һауа температураһы көндөҙ +7,+13 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Читайте нас: