Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
7 Октябрь 2020, 12:35

ИКМӘКЛЕК АҠСА...

/

Әллә октябрь, әллә ноябрь булдымы икән, ни булһа ла япраҡтарҙың ҡойолоп, әсе ел сыҡҡан шыҡһыҙ бер көҙгө көн ине. Эштә тотҡарланып китеү сәбәпле, ныҡ ашығып ҡайтып барам. Башымда бары бер уй: юл ыңғайы бер магазинға һуғылып, икмәк-һөт алып, балалар баҡсаһынан ҡыҙымды алып йылы өйгә тиҙерәк ҡайтыу. Магазинға инеү менән ғәҙәт буйынса тура икмәктәр ятҡан бүлеккә атланым. Унда кемдәр бар, кемдәр йөрөй күрмәйем дә, сөнки ныҡ ҡабаланам. Шул саҡ: “Дочка, дай на хлеб” , - тигән тауышҡа һиҫкәнеп китеп боролоп ҡараным. Күк курткала бер инәйҙе шәйләнем дә һаман булһа ҡабаланыуымды ситкә ҡуя алмай: “Извините, у меня денег нет”,--тип кассаға табан шәп-шәп атлап киттем. Карточка менән түләп, икмәк-һөттө пакетыма һалып тышҡа йүнәлдем. Шул ҡыҫҡа ғына арала көн тағы ла нығыраҡ ҡараңғыланып өлгөргән, әсе ел сикәләрҙе семетеп ала. Аҙымдарымды шәбәйтеп елгә ҡаршы өтәләнеп атлайым. Шул саҡ “дочка, дай на хлеб” тигән һүҙҙәр мейемде “сүкей” башланы... Эйе, электән эскелек өсөн һоранып ултырғандарҙы яратмай, урап үтә инем, ә бит был инәй икмәккә аҡса һораны. Ниңә мин шул 20 һумды ла бирә алмайыммы? Ниңә карточкама етерлек ризыҡ алып бирмәҫкә? Хәйер булыр ине... Ул бит эскән кешегә һис оҡшамаған. Эйе, өҫтөнә кейгән курткаһы яңы түгел, түше тулыһынса эленеп бөтмәй, тартмаһы (затежка-молния) боҙолған, күрәһең... Әсе ел сикәләремде семеткән кеүек уйҙарым намыҫымды семтей башланы... Шул саҡ ҡулдарым үҙҙәренән үҙҙәре кеҫәләрҙе ҡапшай ине. Эх, замана, ҡулаҡса ла йөрөтмәйбеҙ бит... Әһә, эҙләнә торғас бер кеҫәнән тинлектәр, көшөлөгөмдөң бер бүлкәтенән 50 һум килеп сыҡты. Боролдом да кире магазинға табан йүгерә-атлай киттем. Теге инәйҙең шәүләһе күренгәндәй, яйлап атлап китеп бара ине ул. Ҡыуып етеп аҡсаны һондом. Инәй ҡыуанырғамы, иларғамы тигәндәй миңә аптыраулы ҡараш ташланы һәм ҡыйыр-ҡыймаҫ аҡсаны алып тороп ҡалды...Мин үҙ юлым менән ҡабаланып китеп барҙым...
Балалар баҡсаһына ах та ух барып ингәндә унда 4-5 бала ғына ҡалған ине. Улары ла кейенеп баҫҡыстан төшөп килә.
--Әсәй, нишләп һин улай оҙаҡ? – тип үпкәләп алды ҡыҙым.
--Эшем күп булды бөгөн.
--Әсәй, яңы тәрбиәсе апай булмағанда Кәрим менән Азамат шаярып төртөштө. Миңә Кәрим килеп төкөнө. Мин саҡ ҡоламай ҡалдым, тотоноп өлгөрҙөм, - тип тәтелдәп ҡыҙым үҙ хәбәрен теҙә башланы.
Шул саҡ текә баҫҡысҡа күҙ һирпеп алдым да балаларға: “Бында шаярырға ярамай. Ҡолаһағыҙ ни булыр ине?”, - тинем.
Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тиҙәр бит әле... Бәлки, инәйгә икмәклек аҡса биреүем ҡыҙымды ҡолап төшөүҙән аралағандыр...
Фото интернеттан.
Резеда Валиева.
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/t-rbi/IKM-KLEK-A-SA-481194/
Читайте нас: