Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
28 Сентябрь 2020, 10:44

Ни эшләнең һин, Луиза?

/

Шулай итеп, һуңғы йылдың иң яңғырауыҡлы тарихына нөктә ҡуйылырға тейеш. Һүҙебеҙ үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум аҡса урлап, ғаиләһе менән юҡ булған Луиза Хәйруллина тураһында. Иртәгә судтың һуңғы ултырышы үтергә, унда Луиза менән Маратҡа ҡарар сығарылырға тейеш.
Ҡарар алдынан әҙерәк улар тормошонда булған хәлдәрҙе иҫкә төшөрәйек.
Былтыр, 2019 йылдың 28 майында, Салауат ҡалаһындағы “Россельхозбанк”та 25 миллион һум аҡса етмәгәне асыҡланды. Ҡараҡлыҡта быға тиклем бер яғы менән дә башҡаларҙан айырылмаған өлгөлө өлкән кассир Луиза Хәйруллинаны ғәйепләнеләр. Ошо ғаилә "халыҡ геройҙары"на әйләнеп китте. Күп кеше ниндәйҙер сәбәп менән уларҙы яҡлай һәм аҡлай башланы.
Тик ғаилә оҙаҡ йәшенеп йөрөй алманы, 4 июлдә уларҙы Ҡазанда таптылар. Луиза ире Марат һәм ике бәләкәй ҡыҙы менән ҡуртымға алынған фатирҙа йәшенеп ятҡан. Ә иң ҡыҙығы - уларҙа бөтәһе лә һөйләгән 25 миллион һум аҡсаның тине лә булмай сыҡты. Асыҡланыуынса, ҡатын был сумманы бер нисә йыл дауамында сығарған һәм ҡомарлы уйындар яратҡан ире Маратҡа биргән. Уныһы һәр ваҡыт ставкалар ҡуйып, аҡсаны оттороп торған. Ошоно белгәс, Луизаны яҡлаусылар күпкә кәмене, уларға ҡарата кире ҡараш барлыҡҡа килде.
Суд барышында асыҡланыуынса, ғаиләлә финанс проблемалары 2013 йылда уҡ башлана. Ул саҡта вахта менән эшләгән Марат Луизаға шылтырата һәм бурыстарын ҡаплау өсөн аҡса тапмаһа, үҙенең ҡайтмаясағын әйтә. Ҡатын аҡса таба... Шул саҡтан уларҙың бурыстары йыйыла башлай ҙа инде. Беренсе тапҡыр банктан аҡса урлау тәҡдимен Марат Луизаға 2016 йылда уҡ әйтә, тик ул саҡта был һөйләшеү генә булып ҡала. Ә 2017 йылда Луиза беренсе тапҡыр аҡсаны урларға була, ире уны был аҙымға көсләп тигәндәй алып бара.
Ҡомһоҙ ир ҡабат-ҡабат аҡса һорауын дауам итә. Ала ла уйнай һәм оттора. Луиза аҡса урлауҙан баш тартҡан саҡтарҙа, көс тә ҡулланған, тиҙәр.
Марат ҡыҙҙары менән Луизаға эшенә ашарға килтергән, ә алмашҡа ҡара пакет менән аҡса алып сығып киткән. Ҡайһы саҡта унда 10 мең һум булған, ҡайһы саҡта күберәк.
Ни өсөн аҡсаның юҡлығын банк хеҙмәткәрҙәре белмәгән һуң? Луиза, өлкән кассир булараҡ, бар эштәрҙе белеп торған. Ул тәүге тапҡыр аҡса алыр алдынан ғына тикшереү үткән, башҡалар аҡсаны һанамаған. Тик бына 2019 йылда сираттағы тикшереү ваҡыты еткән. Луиза үҙенең тотолорон аңлаған һәм иренә әйткән, уныһы ҡасырға тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә һуңғы бер миллион һум аҡсаны алғандар һәм ғаиләһе менән Ҡазанға ҡасҡандар.
Әйткәндәй, шул һуңғы миллион һумды ла Марат Ҡазанда уйнап отторған... Шуныһы, ир үҙенең ҙур енәйәт яһағанын танымай ҙа, аңламай ҙа. Суд ваҡытында ул:
– Әйтерһең, беҙ кеше үлтергән, шул тиклем яза һорайҙар. Банк өсөн беҙҙең аҡса урлауыбыҙ файҙаға ғына булды, хәҙер бөтә етешһеҙлектәрен юҡҡа сығарырҙар, иғтибарлыраҡ булырҙар, – тип белдергән.
Әлбиттә, бөтә был ваҡытта өйҙәге арест аҫтында булған ир эштең ни тиклем етди икәнлеген аңламайҙыр ҙа. Ул үҙенә “шартлы” яза ғына һорай. Имеш, элек үҙе хеҙмәт иткән “Башнефть” компанияһына кире эшкә ҡайтасаҡ һәм банкка бөтә бурысын ҡайтарасаҡ.
Ә бына йылдан ашыу СИЗО-ла ултырған Луизаның ныҡлап уйланырға ваҡыты булған. Ул ғәйебен тулыһынса таныған һәм яуаплылыҡтан ҡасмаған. Әйткәндәй, Луиза СИЗО-ла ултырған саҡта уның әсәһе вафат булып ҡалған.
– Мин элек закон боҙманым, эш һәм йәшәгән урындан, СИЗО-нан ыңғай ҡылыҡһырламаларым бар. Ғаиләлә ауыр матди хәл ине, ирем яғынан баҫым булды, ул мине банктан аҡса алырға мәжбүр итте. Минең ике бәләкәй балам бар, уларҙы үҫтерергә кәрәк, - тине Луиза һуңғы һүҙендә.
Шулай, иртәгә ҡарар сығарыласаҡ. Нисек кенә булмаһын, ниндәй генә ауыр енәйәт ҡылмаһын, Луиза барыбер йәл... Ҡатын бына-бына барыһы ла яҡшырыр тип өмөтләнгән, иренән дә ҡурҡҡандыр.
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Луизаны аҡлау кәрәкме?
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ni-eshl-ne--in-Luiza-473056/
Читайте нас: