Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Сентябрь 2020, 11:38

“Хоҙайым, миңә яңғыҙлыҡ бир!” - тип һораным...

Яратҡан йырсыбыҙ һәм алып барыусы Нурия Абдуллина инде күпме ваҡыт яман сиргә ҡаршы көрәшә. Унда лейкемия.../

Яратҡан йырсыбыҙ һәм алып барыусы Нурия Абдуллина инде күпме ваҡыт яман сиргә ҡаршы көрәшә. Унда лейкемия...
Ошо көндәрҙә нурия Абдуллина “Юлдаш” радиоһының 20 йыллыҡ юбилейы айҡанлы яңынан радиотулҡындар аша халыҡ менән аралашасаҡ. Үҙенең радиолағы эшмәкәрлеге, сире менән көрәшеүе тураһында ул “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе менән һөйләшкән. Беҙ был әңгәмәнең бер ни тиклем өлөшөн бирәбеҙ.
Нурия Абдуллина радиоға 37 йәшендә килә һәм эшкә башкөллө сума. Ул бик ҙур ижади көсөргәнеш кисерә.
– Мин көндәлек эфирҙарҙан, хаттар һәм шылтыратыуҙарҙан ныҡ арый торғайным. Ҡайһы берҙә хатта: “Хоҙайым, миңә яңғыҙлыҡ бир!” - тип әйтә инем. Һәм бына хәҙер яңғыҙлыҡҡа килеп еттем. Шөкөр, балаларым үҫте, айырым йәшәй. Ирем Вәкил баҡыйлыҡҡа күскәс, "бына бит, үҙең яңғыҙлыҡ һорағайның..." тип уйланым. Был - һынау. Ирем онкологиянан үлде, беҙ уның сирле икәнен белмәнек, асыҡланғанда дүртенсе стадия ине. Унан һуң ҡыҙым ауырып китте, ул да химия терапияһы үтте. Иремде ерләгәс, уның янына Нижневартовскиға киттем. Шунан үҙемдең дә хәлем насарлана башлағанын тойҙом. Көсөм юҡ, тын етмәй, баш әйләнә. Ә мин гастролдәргә йөрөнөм – аҡса кәрәк бит. Ул саҡта пенсияға сыҡҡан инем, бөтәһе лә шулай ауырый тип уйланым, бәлки, һимергәнгә сирләп киткәнмендер тинем. Һәм шулай гастролдәр араһында бер аҙна ваҡыт булғанда ветерандар госпиталенә киттем. Сиратта ултырғанымды баш табип Хәлил Мостафин күреп ҡалды һәм барыһын да аңланы, тиҙ арала дауаханаға ятырға ҡушты. Мине тикшерҙеләр, шунан анализдар менән 13-сө дауаханаға ебәрҙеләр. Унда ингәс, иҫемде юйып йығылдым. Туғандарыма насарға әҙерләнергә ҡушҡандар. Лейкемия диагнозы ҡуйҙылар. Был 2018 йылдың 21 феврале ине...
Ул саҡта Нурия Абдуллинаға ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыу иғлан ителде, хәйриә концерттары ойошторолдо.
– Өфө, Санкт-Петербург ҡалаларында 10 курс химия терапияһы үттем. Миңә бик күп кешеләр ярҙам итте, улар араһында депутаттар Эльвира Айытҡолова, Зөһрә Рәхмәтуллина ла булды. Әле миндә ремиссия, Хоҙайға шөкөр. Минең менән бергә ятҡан күп кешеләр үлде, яман шеш халыҡты ныҡ ҡыра. Миндә бөйөр яман шеше лә асыҡланды бит, уң яғын ҡырҡып ташланылар. Операция яҡшы үтте, тик аҙаҡ проблемалар башланды. Хәрәкәтһеҙ ҡалдым, атлай алмай инем. Ә бөгөн мин йүгерәм, атлайым.
Ауырый башлағас, бөтәһенә лә әйттем: һаулығығыҙҙы ҡарағыҙ! Мин сиремде ваҡытында белһәм, былай хәлгә етмәҫ инем. Рактың нилектән барлыҡҡа килеүен дә белмәйҙәр бит – насар экология, радиация, көсөргәнеш... Минеңсә, 11 йыл эфирҙа аппаратура янында ултырыуым эҙһеҙ үтмәгәндер. Был, әлбиттә, дәлилләнмәгән, тик булыуы мөмкин бит, ти йырсы.
Аллаға шөкөр, Нурия апай сирҙе еңде, дингә килде. Бөгөн ул һау, һәм был - иң мөһиме. Уға артабан да уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Фото: okraevka.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Ho-ayim-mi--ya-i-li-bir--tip-oranim-468507/
Читайте нас: