Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Сентябрь 2020, 11:32

"Үҙем сәнсәм... үҙем ҡотҡарам"

/

Һыйыр тулаһа, аттан яман, тиҙәр. Ә көнсөл ҡатын үҙе бер баш бәләһелер.
Октябрьский ҡалаһында ла бер гүзәл зат ирен көнләшеп, уға бысаҡ менән ташлана. Етмәһә, был ваҡытта улар иҫерткес эсемлек эскән була. Һәр ваҡыттағыса, ҡатыны талаш башлай, ә низағ көсәйгәс, янында ятҡан бысаҡты алып иренең яурынына сәнсә.
Шулай ҙа эш боҙғас, ҡурҡышынан табиптарҙы һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырта. Әле осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: otvet.mail.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/em-s-ns-m---em-ot-aram-467999/
Читайте нас: