Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Сентябрь 2020, 19:03

Йәнә сүп-сар тураһында

-

Сүп-сар реформаһы темаһы халыҡ өсөн һәр ваҡыттағыса мөһим булып ҡала килә. Был реформа илдә һәм республикала ике йыл дауам итә.
Кисә Башҡортостан юлдаш телеканалында уның уңыштары һәм уңышһыҙлыҡтары тураһында һөйләшеү булды. Брифингта вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов ҡатнашты. Бынан тыш халыҡтың һорауҙарына республикала эшләгән дүрт төбәк операторы вәкилдәре лә яуап бирҙе.
Иғтибарығыҙға иң мөһим һорауҙарға яуаптар тәҡдим итәбеҙ.
Башҡортостанда кем сүп-сар өсөн яуап бирә?
2019 йылдың 1 ғинуарынан, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге реформа башланыу менән, сүп-сарҙы йыйыу, сығарыу һәм утилләштереү менән республикала дүрт төбәк операторы шөғөлләнә.
Өфө һәм уның янындағы райондар – “Спецавтохозяйство” муниципаль предприятиеһы;
Башҡортостандың төньяҡ зонаһы – “Дүртөйлөмелиоводстрой” төбәк операторы;
Көньяҡ райондар – “Экосити”;
Көнбайыш зона – “Экология Т”.
Улар араһында Башҡортостан биш территориаль биләмәгә бүленгән. Тәүҙә һәр зона өсөн айырым тариф билдәләнгәйне. Тик бөтә ерҙә лә сүп-сар сығарыу ойошторолмауын һәм кәрәкле инфраструктура булмауын иҫәптә тотоп, күсмә осор өсөн берҙәм түләү билдәләнде.
Быға тиклем сүп-сар сығарыу өсөн күпме түләнек?
“Сүп-сар реформаһы” башланғансыға тиклем ҡалдыҡтар сығарылған биләмәләрҙә, түләү бер кешенән 70 һум тәшкил итә ине. Ҡалдыҡтарҙы 2019 йылдың ғинуарынан һуң ғына сығара башлаған төбәктәрҙә, кеше башына 35 һум түләргә тура килде. Был тарифтар Рәсәйҙә иң түбәне була торғайны. Быйыл 21 сентябрҙән республика властары түләмдәрҙең артыуы тураһында хәбәр итте.
Сентябрҙән күпме түләйәсәкбеҙ?
Шулай итеп хаҡтар бер ни тиклем артты. Быға тиклем 70 һум түләгәндәр артабан айына 75 һум түләйәсәк.
Ә быға тиклем 35 һум түләгәндәр өсөн түләү 20 һумға арта һәм бер кеше өсөн 55 һум тәшкил итәсәк.
Яңы хаҡтар менән квитанциялар ҡасан килә башлаясаҡ?
Яңы хаҡтар менән квитанциялар сентябрь аҙағында уҡ киләсәк. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн был хаҡтар 2021 йылдың 1 июленә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Ошо ваҡытҡа тиклем республиканың һәр бер ауыл һәм ҡалаһынан сүп-сарҙы сығарыу 100 процентҡа көйләнергә тейеш.
Артабан хаҡтар артасаҡмы?
Яйлап республиканың бөтә биш зонаһында ла сүп-сар сығарыу өсөн хаҡтар артасаҡ һәм Тарифтар буйынса дәүләт комитеты билдәләгән кимәлгә тиклем етәсәк. Тик был ваҡытҡа тиклем Башҡортостанда бөтә ауылдарҙан көн һайын сүп-сар сығарыу, ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу ойошторолорға тейеш.
Коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтар ике параметрҙан тора: сүп-сар йыйылыу нормативы һәм төбәк операторы билдәләгән бер килограмм сүп-сар сығарыу өсөн тариф. Һуңғы иҫәпләүҙәр буйынса, күп фатирлы йортта йәшәгән бер кеше йылына 2,6 кубометр сүп-сар булдыра, ә шәхси йортта йәшәгән кеше – 3,7 кубометр. Төбәк операторының тарифы составына сүп-сарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙлау, урынлаштырыу һәм сорттарға бүлеү өсөн сығымдар инә.
Ни өсөн хаҡтар тап әле артты?
Власть түләмдәр артыу менән төбәк операторҙарының инвестиция әүҙемлеге артыр, компаниялар республикала кәрәк булған сүп-сарҙы сорттарға бүлеүсе комплекстар, эшкәртеү һәм күмеү объекттары төҙөй башлар, тип ышана.
Сүп-сар реформаһы осоронда нимәләр үҙгәрҙе?
Йыл ярым эсендә Башҡортостанда һәр бер тораҡ пункттан ҡалдыҡтар сығарыуҙы ойоштороп булманы. Уңыштарға килгәндә, төбәктә 19 мең контейнер майҙансыҡтары ҡуйылды, 50 меңдән ашыу заманса контейнерҙар урынлаштырылды. Бынан тыш, сүп-сар ташыусы техника паркы яңыртылған. 700-ҙән ашыу законһыҙ сүплектәр юҡҡа сығарылған. “ТКО Башҡортостан” мониторинг системаһы индерелгән, ул көн һайын теге йәки был биләмәлә сүп-сар сығарыуҙы теркәп бара.
Тағы нимә эшләргә кәрәк?
“Сүп-сар реформаһының” төп маҡсаты – халыҡ булдырған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарынан мөмкин булғанса күберәк файҙалы фракциялар алыу – күберәк нимәне эшкәртеүгә ебәреү. Күмеүгә тәғәйенләнгән ҡалдыҡтар күләме мөмкин тиклем кәмергә тейеш. Әлегә Башҡортостанда сүп-сар эшкәртеү заводтары юҡ. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылға тиклем республикала 16 ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү комплексы һәм өс утилләштереү объекты төҙөү планлаштырылған. Шулай уҡ 2500 сүплек юҡҡа сығырға тейеш.
Башҡортостанда сүп-сарҙы айырып йыйыу нисек ойошторола?
Әлеге ваҡытта республикала 14 сүп-сарҙы сортҡа бүлеү комплексы эшләй. 50 төргә тиклем фракция айырып алына: төрлө пластиктар, полиэтилен, ҡағыҙ, быяла, алюминий, металл, туҡыма һәм башҡалар. Бөтә ҡалдыҡтарҙан икенсел сеймал баҙарында тик пластик, картон һәм быяла ғына һорау менән файҙалана.
Теге йәки был төрҙә Башҡортостанда сүп-сарҙы айырып йыйыу ойошторолған, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул өлөшләтә генә. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу буйынса лидер булып Октябрьский ҡалаһы иҫәпләнә. Бында йәшәгән халыҡтың 82 проценты бының менән тәьмин ителгән. Өфөлә халыҡ быяла, пластик һәм ҡағыҙҙы айырым ташлаһын өсөн контейнерҙар ҡуйыу буйынса программа тормошҡа ашырыла.
Бер нисә фатирың булһа ни эшләргә? Фатир һәм йортоң бар икән? Бер нисә йортоң булһа?
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү хеҙмәте өсөн түләм күләме тораҡ бинала даими һәм ваҡытлыса йәшәгән кешеләр һанынан иҫәпләнә. Әгәр унда даими һәм ваҡытлыса йәшәгән кешеләр юҡ икән, хаҡтар торлаҡтың милекселәре һанына ҡарап иҫәпләнә. Тимәк, әгәр граждандың бер нисә күсемһеҙ милек объекты бар икән, квитанция һәр бина өсөн киләсәк. Шулай килеп сыға: һеҙ прописка буйынса һәр ғаилә ағзаһы өсөн дә һәм милексе булараҡ икенсе объект өсөн дә түләргә тейешһегеҙ (унда бер кем дә йәшәмәһә лә).
Мин Өфөлә теркәлгәнмен, ә йәй көнө ауылда йәшәйем, ни өсөн тегендә лә, бында ла түләргә тейешмен?
Граждандың нисә объекты бар, квитанция һәр береһенә киләсәк. Тимәк прописка урыны буйынса ла, ауылдағы өйҙөң милексеһе булараҡ та түләргә тейешһегеҙ.
Сүп-сарҙы сығармаһалар, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Әгәр һеҙ күп фатирлы йортта йәшәһәгеҙ, идара итеүсе ойошмаға, шәхси йортта йәшәгәндәргә, төбәк операторының берҙәм телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Түләм дөрөҫ билдәләнмәһә, нимә эшләргә?
Әгәр квитанцияла йәшәгән кешеләр һаны дөрөҫ күрһәтелмәһә, һәм һеҙ күберәк түләһәгеҙ, төбәк операторына мөрәжәғәт итеп, кире иҫәпләтеү хоҡуғығыҙ бар. Хатаны раҫлаған документтар булған осраҡта, төбәк операторы кире иҫәпләргә тейеш.
Үлгән кеше өсөн дә иҫәп килһә, нимә эшләргә?
Был осраҡта төбәк операторына үлем тураһындағы таныҡлыҡты күрһәтергә һәм киренән иҫәпләтеү өсөн ғариза бирергә кәрәк.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: