Хәйбулла хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Сентябрь 2020, 10:57
Эх, малайҙар, ни эшләнегеҙ һеҙ?..
Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауылында дүрт уҡыусы бала магазин талауҙа шик аҫтына алынған, тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән./
Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауылында дүрт уҡыусы бала магазин талауҙа шик аҫтына алынған, тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 21 сентябрҙә полиция бүлегенә урлашыу тураһында ғариза менән 32 йәшлек магазин хужаһы мөрәжәғәт иткән. Уның һөйләүенсә, төндә билдәһеҙ әҙәмдәр магазинға төшөп, алкоголь продукцияһы, тәмәке, аҙыҡ-түлек урлаған. Дөйөм матди зыян хаҡы 16 мең һумлап.
Эҙләнеү-тикшереү барышында полиция бурҙарҙың эҙенә төшә. Улар уҡыусы малайҙар булып сыға, иң өлкәненә - 15 йәш. Быға тиклем балаларҙың береһе лә бәлиғ булмағандар эше буйынса насар иҫәптә тормаған. Магазин эсенә тәҙрәне ярып үткәндәр һәм тауарҙы шунан тышҡа ташығандар. Урланған әйберҙәрҙең бер өлөшө яҡындағы соҡорҙа табылған.
Әлеге мәлдә ҡылынғанға ҡарата "Урлашыу" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Фото: vk.com
Автор: Аклима Гизатуллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Eh-malay-ar-ni-eshl-nege--e-464700/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?