Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
18 Сентябрь 2020, 12:06

Урман таҙалығы - үҙебеҙҙең ҡулда

#нацпроект#экология

“Урмандарҙы һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда “Таҙа урман” акцияһы башланды. Ул 16 октябргә тиклем дауам итә. Сараның маҡсаты—санитар хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, урмандарҙы сүп-сарҙан таҙартыу, уны янғындан ҡурсалау. Урман хужалығы белгестәре сентябрь-октябрь айҙарында халыҡ араһында аңлатыу эше лә алып барасаҡ.
Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Күгәрсен, Ейәнсура урмансыларына өҫтәлмә бурыс йөкмәтелде. Улар ебәк күбәләк йомортҡа һалған урындарҙы юҡ итергә, йыйып алырға тейеш. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл был төбәктәрҙә ебәк күбәләк арҡаһында ҡайындар йәй уртаһында япраҡһыҙ ҡалғайны.
Әйткәндәй, “Таҙа урман” акцияһы “Экология” милли проекты сиктәрендә ойошторола.
#нацпроект#экология
https://ataysal.rbsmi.ru/news/Urman-ta-ali-i--ebe-e--ulda-460508/
Читайте нас в