Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
18 Сентябрь 2020, 13:49

Көҙ – организм өсөн көсөргәнешле осор

-

Көҙ – үҙе бер һоҡланғыс миҙгел. Әммә ҡояшлы, йылы мәлдән ҡапыл һыуыҡ миҙгелгә күсеү, йәйге ялдан һуң эш мәшәҡәттәренә сумыу күптәрҙә күңел көсөргәнеше тыуҙыра. Шул сәбәпле кешенең иммунитеты насарая, төрлө сир-сырхау эләгеп бара. Етмәһә, быйыл миҙгел киҙеүенә коронавирус та ҡушыла. Ә был осраҡта организмға бигерәк тә ауыр буласаҡ.

Ошо осорҙа сиргә нисек бирешмәҫкә, үҙеңде һаҡлау саралары тураһында Учалы үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Жанна Балясованан мәғлүмәт алдыҡ.


Һалҡын алдырғанда...
Көҙ баш ҡалҡытҡан һәр төрлө ауырыуҙар ара­һын­да беренселекте һалҡын алдырыу, тымаулау би­ләй. Уны киҙеү менән бутарға ярамай. Тымау бер-ике көн эсен­дә “өлгөрә” – сирле сөс­көрә, танауынан һыу аға, еүеш йүтәл башлана. Баш һәм тән ауыртыуы ихтимал. Ғә­ҙәттә, температура 37,8 градустан юғары күтәрелмәй йә бөтөнләй булмай.

Тымауҙы антибиотиктар менән дауаларға ярамай, сөнки бактериялар дарыуға өйрәнә, шулай уҡ уларҙың пневмония, бронхит, отит кеүек сирҙәргә юлыҡтырыуы ла бар. Әгәр үҙегеҙҙә тымаулау билдәләре тойһағыҙ, бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәгеҙ, табип саҡыр­тығыҙ. Күберәк һыу йә һут, ҡайнатмалар эсегеҙ, сөскөргәндә танау һәм ауыҙығыҙҙы бер тапҡыр ҡулланыла торған салфетка менән ҡаплағыҙ, янығыҙҙа кешеләр булһа, битлек кейегеҙ.

Эҙемтәләре хәүефле

Киҙеү (грипп) ҡапыл – өс-дүрт сәғәт эсендә башлана. Тән температураһы 38-39 градусҡа тиклем күтәрелә. Кеше хәлһеҙләнә, быуындары, башы ауырта. Ике-өс көндән һуң ҡоро йүтәл башлана, йүткергәндә күкрәк ауырта. Ғәҙәттә, киҙеү эләктергәндә танауҙан һыу аҡмай, тамаҡ төбө лә ауыртмай.

Гриптың эҙемтәләре ҡурҡыныс, шуға күрә сирле мотлаҡ өйҙә ятып дауаланырға тейеш. Уңайлы кейем кейеп, йылы юрған аҫтында тирләү һәйбәт һөҙөмтә бирә. Сир башланыу менән табип саҡыртығыҙ. Грипты дауалау комплекслы саралар ярҙамында башҡарыла, шуға күрә табип яҙғандарҙың барыһын да теүәл үтәү зарур. Тән температураһын көслө дарыуҙар ярҙамында төшөрөргә ярамай, организм вирусҡа ҡаршы үҙе көрәшергә тейеш.

Киҙеүҙе һәм тымауҙы иҫкәртеү сараһы бар

Иң беренсе һәм төп ҡағиҙә – кеше күп булған урындарға барыуҙан ты­йы­лығыҙ. Вирус организмға танау аша ғына түгел, ҡул, ауыҙ, күҙ аша ла йоға.

Сирле кеше сөскөрә, йүткерә, танауын таҙарта, ҡулланылған салфетканы ташлай, һауыт-һаба, шәхси гигиена әйбер­ҙәренән файҙалана, һәм уларҙың барыһына ла зарарлы инфекция эләгеп, тирә-йүнгә тарала. Ул урамда, магазинда, транспортта, йәғни ҡайҙа ғына булмаһын, вирус тарата. Сәләмәт кеше сирле тотонған әйбергә ҡулы менән тейеп, артабан вирусты ауыҙына, танауына йәки күҙенә эләктерә, шуға күрә ҡулығыҙҙы мөмкин тиклем йышыраҡ йыуығыҙ.

Көн һайын мотлаҡ 40-45 минут йәйәү йөрөгөҙ. Ошо ваҡыт эсендә ҡан бәләкәй һәм ҙур ҡан әйләнеше системаһы аша үтеп өлгөрә. Балаларға 30-35 минут йәйәү йөрөү кәңәш ителә. Модаға ярашлы түгел, ә һауа торошона ҡарап кейенегеҙ, йылыраҡ кейем һайлағыҙ. Балалар сәләмәтлеге өсөн йоҡоноң туйыуы мөһим әһәмиәткә эйә.

Саф һауала гимнастика яһау, йәйәү йө­рөү, урында торған килеш йүгереү файҙалы.
Балалар һәм оло йәштәгеләрҙең бүлмәһендә температура яҡынса 20 градус, дымлылыҡ 50-70 процент тәшкил итергә, һауа хәрәкәтенең тиҙлеге секундына 0,2 метрҙан артмаҫҡа тейеш (йәғни үтәләй өргән ел йәки тынсыу һауа булмаһын). Даими рәүештә еүеш сепрәк менән саңды һөртөп тороғоҙ, сөнки бүлмәләге туҙан – иң яман аллергендарҙың береһе.

Шифалы эсемлектәрҙе күберәк ҡулла­нығыҙ. Сәй, компот, төнәтмәләр, минераль һыу – барыһы ла бара, әммә әскелтем эсемлектәргә өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ. Был маҡсатта көртмәле, ҡарағат, лимон кислотаһы ҡулланырға мөмкин. Һалҡын тейеүгә ҡаршы халыҡ дауаларынан ҡурай еләге, бал йәки лимон менән эҫе сәй эсеү һөҙөмтәле. Ризығығыҙға һарымһаҡ һәм ҡыҙыл борос өҫтәгеҙ.

Иммунитетты күтәреү өсөн дауаханала һатылған дарыу үләндәре төнәтмәләре файҙалы. Был йәһәттән эхинация, женьшень, алтын тамыр, элеутерококк, прополис, маньчжурия аралияһы, мумие, инә бал ҡортоноң һөтөн тәҡдим итергә була. Даими рәүештә комплекслы витаминдар ҡабул итегеҙ.

Ауырыр алдынан аппетит насарая. Көсләп ашарға ярамай, әммә организм хәлһеҙ­лән­мәһен өсөн аҙ-аҙлап туҡланырға кәрәк. Еңел үҙләштерелгән, шыйыҡ, углеводтарға һәм витаминдарға бай ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ.

Сынығыу ҡағиҙәләрен беләһеңме?

Һалҡын тейеүҙән һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы – сынығыу. Әммә был тәңгәлдә лә айырым ҡағиҙәләрҙе белеү мотлаҡ.
Иң тәүҙә табип менән кәңәшләшегеҙ. Ул, һеҙҙең сәләмәтлек торошона ҡарап, сынығыу алымдарын билдәләйәсәк. Ҡайһы бер сирҙәр, мәҫәлән, ҡырҡыу психик көсөргәнеш, юғары ҡан баҫымы, ҡурылдай быумаһы осрағында күнекмәләр тыйыла.
Сынығыуҙы аҙ-аҙлап башлағыҙ, әммә ул даими булырға тейеш. Мәҫәлән, һалҡын һыу менән ҡойоноу өсөн башта тәнде еүеш таҫтамал менән ышҡыу, аяҡтарҙы һалҡын һыуға тығып ултырыу, шунан һуң ғына һыуыҡ һыу менән ҡойона башлау кәңәш ителә. Әкренләп һыу температураһын кәметә барығыҙ.

Хәл-торошоғоҙҙо, йөрәк тибешегеҙҙе һәр саҡ контролдә тотоғоҙ, туҡланыуға һәм йоҡоға ла тейешле иғтибар бүлегеҙ. Организм өсөн артыҡ көсөргәнеш тыуҙырыуҙан һаҡланығыҙ.

Әгәр ҙә бер нисә сынығыу төрөн ҡуллан­һағыҙ, улар араһында мотлаҡ тәнәфес, организм өсөн ял эшләгеҙ.

Эштә нисек ауырымаҫҡа?

Коллегаларығыҙҙан сир йоҡтормаҫ өсөн ябай ғына гигиена ҡағиҙәләрен үтәү талап ителә. Үрҙә әйтелгәнсә, ҡулығыҙҙы йыш йыуығыҙ. Быны ашар алдынан ғына түгел, осрашыу, кәңәшмә үткәндән, дөйөм эш ҡорамалы менән ҡулланғандан һуң мотлаҡ башҡарығыҙ. Һыуҙы аҙ эсеү, йоҡо туймау, эске көсөргәнеш иммунитетты ҡаҡшата. Төрлө газлы эсемлектәр түгел, ябай эсәр һыуға өҫтөнлөк бирегеҙ.

Көҙ гастрит, сей яра, панкреатит, холецистит һәм башҡа ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары ҡуҙғыусан. Быға витаминдарға бай йәйге аҙыҡтан “тиҙ туҡланыу” алымына күсеү, йәғни эш араһында ғына ҡапҡылап алыуҙар ҙа булышлыҡ итеүе ихтимал, шуға күрә дөрөҫ туҡланығыҙ.

Прививкаларға өҫтөнлөк бир

Әгәр һалҡын тейеүҙән сынығыу, гигиенаны күҙәтеү һәм башҡа алымдар ярҙамында һаҡланып булһа, грипты иҫкәртеүҙең иң яҡшы сараһы булып вакцина иҫәпләнә. Прививканы тап әлеге мәлдә – көҙ, киҙеү миҙгеле башланғансы эшләтеп ҡалыу отошло. Грипҡа ҡаршы вакцина яһатыу өсөн иң ҡулай мәл – сентябрь, октябрь айҙары. Прививканан һуң 14 тәүлек эсендә организмда иммунитет барлыҡҡа килә, артабан ул һеҙҙе 6-12 ай дауамында һаҡлаясаҡ.

Вакцина – грипҡа ҡаршы иң һөҙөмтәле сара, тип билдәләй белгестәр. Ул ауырыу осраҡтарын ике-өс тапҡырға кәметә. Ваҡытында һәм дөрөҫ эшләнгән прививка халыҡтың 80 процент самаһын киҙеү эләктереүҙән һаҡлай, шул уҡ ваҡытта ауыр эҙемтәләрҙән, үлем осраҡтарынан аралай, башҡа төр киҫкен респиратор вируслы инфекциялар йоҡтороуҙы кәметә.

Аяҡ-ҡул һыҙламаһын

Һауаның юғары дымлылығы һәм көндәр­ҙең һалҡынайыуы артрит һәм артроз кеүек сирҙәрҙе киҫкенләштерә, шуға күрә оло йәштәгеләр көҙгө йонсоу көндәрҙә һөйәктәр һәм быуындар һыҙлауға зарланыусан.

Аяҡ-ҡул һыҙламаһын тиһәгеҙ, уларҙы һәр саҡ йылыла тоторға тырышығыҙ, елһенеүгә ҡаршы дарыуҙар, йылытыусы майҙар ҡулланығыҙ, әммә табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙы ғына эсегеҙ.

Витаминдар ҙа һаҡлай

Остеопороз да көҙгөһөн ҡуҙғыусан. Әлбиттә, уны ошо миҙгелгә генә хас ауырыу тип әйтеп булмай, әммә тап көҙгөһөн оло йәштәге кешеләр умыртҡа һәм янбаш һөйәген һындырыусан.

Бының сәбәбе – һауаның артыҡ дымлылығы арҡаһында быуындарға һәм һөйәктәргә һыу үтеүе. Сирҙе иҫкәртеү маҡсатында етерлек күләмдә кальцийлы витаминдар ҡабул итергә кәрәк.
Автор: Римма СОЛТАНОВА әҙерләне
Читайте нас: