Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
18 Сентябрь 2020, 11:57

“Ейәнемдең тыуған көнө икәү...”

Өфө дауаханаларының береһендә һыуҙа батҡан еренән ҡотҡарылған 12 йәшлек баланы, һауыҡҡандан һуң, коллектив менән өйөнә оҙаттылар. Ағиҙел йылғаһында саҡ һәләк булмаған малайҙы реанимацияға аңын юғалтҡан килеш килтерәләр./

Өфө дауаханаларының береһендә һыуҙа батҡан еренән ҡотҡарылған 12 йәшлек баланы, һауыҡҡандан һуң, коллектив менән өйөнә оҙаттылар. Ағиҙел йылғаһында саҡ һәләк булмаған малайҙы реанимацияға аңын юғалтҡан килеш килтерәләр.

– Баланың хәле ауыр ине, метаболик үҙгәрештәр, мейелә гипоксия күҙәтелде, – ти “Ашығыс медицина ярҙамы” дауаханаһы табип-педиатры Анастасия Чернышова. – Тәүлек эсендә реанимацияла ғүмерен ҡотҡарып ҡала алдыҡ. Аҙаҡ балалар бүлек­сәһенә күсерелде, хәҙер үҙен яҡшы тоя, урындағы участка педиатры күҙәтеүендә буласаҡ.

Эльнур Сафуановты ҡаршы алырға әсәһе, апаһы, өләсәһе менән бергә ҡотҡарыусыһы Рәмил ағаһы ла килгәйне. Тап ошо пенсионер – уның ҡотҡарыусыһы. Рәмил Хөсәйенов ул көндә, ғәҙәттәгесә, Нижегородка янындағы йылғала балыҡ ҡармаҡлай. Велосипедта һыу буйына килгән дүрт малайҙы күреп, ситкәрәк күсә. Спиннингты ырғытыу менән эргәһенә бер ҡыҙ бала ”ярҙам итегеҙ!” тип ҡысҡыра-ҡысҡыра килеп етә. Балыҡсы уйлап тормай, кейемен дә сисмәйенсә һыуға һикерә һәм батып барған малайға табан йөҙә. Үҫмер иҫен юғалтып, төпкә төшөп барған була. Рәмил Хөсәйенов өмөтөн юғалтмай, уны ҡулынан һөйрәп ярға табан йөҙә. Ерҙә уға яһалма тын алдырыу ысулын ҡуллана, Эльнур үҙенең тере икәнлеген һиҙҙерә.

Пенсионер “Ашығыс ярҙам”ға шылтырата. Туп-тура реанимацияға...

Малайҙың өләсәһе Хәлиҙә: “Ейәнемдең хәҙер тыуған көнө икәү”, – ти. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, Эльнур яҡындарын ниндәй хафаға һалыуын яҡшы аңлай. “Рәмил ағай, рәхмәт!” – ти ул һәм артабан ата-әсәһенән башҡа һыу инмәҫкә вәғәҙә итә.

Ә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында Эльнурҙың ҡотҡарыусыһын наградаға тәҡдим итмәкселәр. Ғәҙел ҡарар!
Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/ey-nemde-tyu-an-k-n-ik-/
Читайте нас: