Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
17 Сентябрь 2020, 15:15

92 йәшлек оло кешене талағандар...

/

Өфө ҡалаһы полицияһы 92 йәшлек оло кешене талап сыҡҡан намыҫһыҙ әҙәмде эҙләй. Билдәһеҙ кеше был йортҡа үҙен түшәк-ҡаралты һатыусы тип таныштырып килеп инә.
Саҡырылмаған ҡунаҡты фатирына индереп, бер ниндәй насарлыҡ тоймайынса, әбей уның тауарын ҡарай башлай. Һөйләшкән арала "һатыусы" хужабикәнең аҡсаһының йәшерелгән урынын күреп ҡала һәм һиҙҙермәй генә уны ҡулына төшөрә. 250 мең һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡанлығын әбей теге әҙәм сығып киткәс кенә белә.
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, урлашыу ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше асылған һәм яман уйлы әҙәмдең эҙенә төшөргә тырышалар.

Хоҡуҡ һаҡсылары тағы бер тапҡыр иҫкәртә һәм төрлө сәбәп менән йортоғоҙға инергә тырышҡан таныш булмаған әҙәмдәргә ышанып, ишек асмаҫҡа кәңәш итә.

Фото: novosti33.ru
Автор: Аклима Гизатуллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/92-y-shlek-olo-keshene-tala-andar-456676/
Читайте нас: