Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
15 Сентябрь 2020, 10:40

Радмир Туйсиндың талантынан көнләшеп...

Баҡтиһәң, Радмир Туйсин бал ҡортонан сағылып, өйҙә генә ята икән. Үҙем шаһит: һул яҡ күҙе бөтөнләй йомолған тиһәң дә була. “Ҡайһылай һимереп киткәнһең”, – тип уның менән осрашҡанда маҡтамаҡсы булғайным, шешкән битен күреп, уйымдан кире ҡайттым./

Баҡтиһәң, Радмир Туйсин бал ҡортонан сағылып, өйҙә генә ята икән. Үҙем шаһит: һул яҡ күҙе бөтөнләй йомолған тиһәң дә була. “Ҡайһылай һимереп киткәнһең”, – тип уның менән осрашҡанда маҡтамаҡсы булғайным, шешкән битен күреп, уйымдан кире ҡайттым.
"Уң күҙемә сикһеҙ рәхмәтлемен, – тип шаярта йырсы. – Тормоштоң матурлығын күрергә, хозурлығын тойорға тик ул ғына ярҙам итә. Ә йоҡлағанда, киреһенсә, ныҡ рәхәт: ыҙалап ике күҙҙе лә йоморға кәрәкмәй, береһе күптән әүен баҙарына киткән була".
"Тамаҡ тирәһен саҡһа, йырлай алыр инеңме?" – тип һорайым.
"Тауыш тағы ла нығыраҡ асылып китмәҫ инеме икән?" – тине ул.
Әҙ генә буш ваҡыт булһа, тыуған төйәгебеҙгә ашығабыҙ. Атай нигеҙе үҙенә тарта, ауыл тормошо һағындырған. Ә унда хөрриәт: ҙур итеп һалынған өй, иркен ишек алды, емеш ағастары үҫкән оло баҡса һәм умарталыҡ... Радмир Туйсин да ошондай хозурлыҡҡа әҫәрләнеп, моңланып йөрөгәндә, иҫәбе-һаны булмаған бал ҡорттары уны тын ҡалып тыңлаған, ти. Ә нәҙекәй биллеләрҙең береһе, моғайын, көнләшептер, талант эйәһе тирәһендә йыш уралған һәм көтмәгәндә уның тап күҙ аҫтын саҡҡан...
Автор фотоһы.
Автор: Илдар Акьюлов.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Radmir-Tuysindi-talantinan-k-nl-shep-454513/
Читайте нас: