Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
15 Сентябрь 2020, 11:06

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиһәләр ҙә...

/

Ун йыл элек Өфө эргәһендә баҡса һатып алғайныҡ. Тик бер йыл элек күршеләребеҙ алмашынды, һәм беҙҙең арала бәхәс-низағ башланды. Күсеп килгәс үк улар мунса төҙөнө һәм хәҙер уның ҡыйығы беҙҙең ер участкаһына эйелеп тора. Өҫтәүенә улар баҡсабыҙ сигенә терәп төрлө ағас-ҡыуаҡ ултырта. Был осраҡта нимә эшләргә мөмкин? Күршеләребеҙҙең был ҡылыҡ-ғәмәле башҡа һыймай бит...
М. ӘМИРОВА.
Өфө ҡалаһы.

– Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 263-сө статьяһына ярашлы, ер биләмәһенең хужаһы үҙ ерендә төрлө бина, ҡоролмалар төҙөй, уларҙы үҙгәртеп ҡора йәки күсерә ала. Әммә был осраҡта барлыҡ төҙөлөш нормалары, ҡағиҙәләре һәм ер майҙанының маҡсатлы тәғәйенләнеше буйынса талаптар үтәлергә тейеш.

Тағы шуныһы бар: баҡса йортон һалғанда, уны ҡойма менән уратып алғанда, күршеләр татыу йәшәһен өсөн закондарҙа яҙылмаған, йәғни кешелеклелек ҡағиҙәләрен үтәү мөһимлеге хаҡында оноторға ярамай. Бынан тыш, баҡса (дача) участкалары биләмәһендә төҙөлөш объекттарын һалғанда, санитар-көнкүреш талаптарына ярашлы, бер ер участкаһынан икенсеһенә тиклемге арауыҡ сиктәре түбәндәгесә булырға тейеш:
торлаҡ бинаһы (йорт) – 3 метр;
мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт ҡураһы – 4 метр;
башҡа ҡоролмалар – 1 метр;
ҙур ботаҡлы ағастар – 4, уртаса ботаҡлы үҫентеләр – 2 метр;
ҡыуаҡтар – 1 метр.

Һеҙҙең һорауға килгәндә, ысынлап та, күршегеҙҙең мунсаһының ҡыйығы һеҙҙең яҡҡа эйелеп торорға тейеш түгел. Тимәк, был – әле ямғыр яуғанда, һеҙҙең ер участкаһына һыу аға, тигән һүҙ. Өҫтәүенә күршеләрегеҙҙең ике участка сигендә ағас-ҡыуаҡтар ултыртыуы ла бер ниндәй ҡалыпҡа һыймай. Шулай итеп, күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиһәләр ҙә, барлыҡ закон-ҡағиҙә талаптары һәммәһе өсөн ҡабул ителгән һәм уларҙың үтәлеүе мотлаҡ.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/k-rshe-kha-y-t-re-kha-y-ti-l-r-/
Читайте нас: