Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
15 Сентябрь 2020, 12:58

Бәпесте яҡындары үлтермәгән...

/

Башҡортостанда бер сәбәпһеҙ бәләкәй балаларҙың үлем осраҡтары дауам итә. Күпселек осраҡта, бер йәшкә тиклемге сабыйҙар күҙгә күренмәҫ сәбәптәрҙән һәләк була. Бының махсус термины ла бар: сабыйҙың ҡапыл үлеүе синдромы.
Ошондай осраҡтарҙың береһе тураһында яңыраҡ хәбәр иткәйнек. 8 сентябрҙә Өфөлә биш айлыҡ ҡына бәпестең үлем осрағы теркәлә. Бында шуныһы шикләндерә: баланың кәүҙәһендә әллә ни ҙур булмаған йәрәхәттәр табыла. Шуға күрә шикләнеп, кәүҙәне суд-медицина экспертизаһына ебәрәләр.
Ошо көндәрҙә был тикшереүҙең һөҙөмтәләре асыҡланған: баланың үлемендә криминал эҙе юҡ. Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙ баланың кәүҙәһендә табылған күгәргән һәм һыҙырылған урындар уның үлеменә килтермәгән.
– Эксперттар асыҡлауынса, баланың кәүҙәһендә табылған күгәреп торған урындар – массаждан ҡалған эҙҙәр. Бала ваҡытынан алда, йәғни етлекмәй тыуған, шуға күрә ата-әсәһе уның кәүҙәһен тонуста тотоу өсөн уға йыш массаж яһаған, – тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. – Медицина документтары алынған, тикшереү һөҙөмтәһе буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк.
Көтөп алған сабыйҙарының үлемен кисергән ата-әсә ҡайғыһынан ни эшләргә белмәгән, әсәй кеше туҡтауһыҙ илаған. Шул уҡ ваҡытта тикшереүҙәр, шикләнеүҙәр уның өсөн тағы ла ҙурыраҡ стресс булған. Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: livekuban.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/B-peste-ya-indari-lterm-g-n-454782/
Читайте нас: