Мәһәҙиев Ренат Таңатар улы, Асҡар үҙәк район дауаханаһының хирург-онкологы, юғары категориялары табип:
Яман шеште образлы итеп әйткәндә, саҡырылмай килгән ҡунаҡ менән сағышырырға мөмкин. Ул да яһиллығына барып берәүҙең дә ишеген шаҡып та, рөхсәт һорап та тормай. Етмәһә, йылдан йыл, көндән көн әҙәм балаларының ғүмерен күберәк ҡыйыуы менән хәүефкә һала. Статистика мәғлүмәттәренә генә күҙ һалайыҡ. Ун йыл эсендә егерме процентҡа ауырыусыларҙың һаны артҡан. Башҡортостанда йылына ун меңгә яҡын кешенең ғүмерен ҡыя. Уларҙың араһында яңы ғына тәпәй баҫҡан балаларҙың күп булыуы бигерәк тә аяныслы.
“Яманлығы менән яманаты сыҡҡан был ауырыу ҡайҙан барлыҡҡа килә һуң?” – тип һораусылар һуңғы арала йышайҙы. Табиптар оҙаҡ йәшәүҙең сере – әүҙем тормош алып барыуҙа тип, фаразлаһа ла, күп осраҡта нәҫелдән күсеүе лә, стресс та, экологияның насарланыуы ла ошо диагноз менән сирләүселәрҙең һанын арттыра.
Әлеге ваҡытта иң күбе түш биҙҙәрендәге яман шеш менән гүзәл заттар йонсой. Түштәрегеҙҙең береһе икенсеһенән ҙурыраҡ икән, ниндәйҙер шеш-төйөндәр барлыҡҡа килгән кеүек булһа, оҙаҡҡа һуҙмай табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Икенсе урында – гинекология буйынса. Күрем ваҡыты үтеп, ҡанлы таптар һаман да бөтмәй икән, хәүефләнергә урын бар.
Өсөнсө, дүртенсе урында ашҡаҙан-эсәк, тын юлына бәйле ағзалар. Беҙҙең халыҡ ҡайнар сәй эсергә, боҫо боҫрап торған аш ашарға ярата. Аҙыҡты эшкәртеү функцияһын башҡарыусы ағзалар тап шунан зарарлана ла инде. Яман шештең тын юлдарында барлыҡҡа килеү сәбәбе иһә экологияның насарайыуынан, һыуыҡ тейеүҙән тип, фаразлана. Был осраҡтарҙа тәндәге яралар оҙаҡ бөтәшмәйенсә, йүткереү бөтмәйенсә йонсотасаҡ. Тауыш үҙгәрергә лә мөмкин.
Тағы ла, табиптарҙың пациенттарына илке-һалҡы ҡарауҙары арҡаһында ла был сирҙең аҙып китеүенә юл ҡуйыла. Ҡағыҙ эше күплектән ваҡыт етмәй, тейешле ҡоралмалар ҙа юҡ тип, һыуҙан ҡоро сығырға маташыусы хеҙмәттәштәремде үкенескә күрә һуңғы ваҡытта йыш осратырға тура килә. Йәштәрҙең уҡып бөткәс тә “оҙон” аҡса эҙләп сит тарафтарға сығып китеүҙәре иһә ошо проблемаларҙы тағы ла киҫкенләштерә.
Ауырыуҙы төрлө кеше төрлөсә ҡабул итә. Иң ҡыйыны күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндәр менән эшләүе. Хатта диагноздарын ишетеү менән, сирҙәре башланып ҡына тороп, тулыһынса тиерлек йүнәлергә өмөт булһа ла үҙ-үҙенә ҡул һалып баҡыйлыҡҡа күсеүселәр ҙә булды. Яман шеш – үлемесле ауырыуҙар рәтенә индерелһә лә, алдынан алғанда, танауҙы төшөрмәгәндә уның юлына кәртә ҡуйырға мөмкин.
https://shonkar.rbsmi.ru/articles/auly-ym-bayly-ym/Yaman-shesht-n-d--otolop-bula-451835/