Хәҙерге көндә төрлө гәзиттәрҙә мәҡәләләрем сығып торһа ла, төп һөнәремдең хәрби табип икәнен күптәр беләлер. Яҙыша башлағанда (ҡырҡ биш йәштәр тирәһендә) тел буйынса белемем - мәктәп программаһы буйынса үткән кимәлдә генә ине. Сирек быуат хәрби хеҙмәттә йөрөгән арала был белемем дә бер аҙ шыйығая төшкән булғандыр, тип уйлайым. Шунлыҡтан, баштараҡ яҙған хикәйә-маҙарҙарымды тел белгесенән уҡытып, төҙәттереп алыуҙы хәйерлерәк тип һанай инем.
Иң тәүге башҡортса яҙмаларымды Анна Ивановна Гребневанан (ире буйынса фамилияһы - Арыҫланова) тикшертеп, хаталарын төҙәттереп алдым. Беҙгә килен тейеш кеше ул - Тәфтизән исемле бер туған ҡәйнешемдең ҡатыны. БДУ-ның филология факультетының башҡорт теле бүлеген тамамлаған… Бына шул Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән Гребневтар ғаиләһенән сыҡҡан "мәрйә" киленебеҙ Аня һәм уның туғандары хаҡында һүҙем. Ҡәйнешемдең туйында ошо матур ғаилә менән таныштыҡ. Милләте урыҫ булыуына ҡарамаҫтан, бала саҡтарынан башҡорт араһында йәшәп, башҡорт рухында тәрбиәләнеп үҫкән улар. Башҡа ауылдарҙан, Баймаҡтан туғандары ла килгәйне. Ҡоҙаларҙың барыһының да "бәғзе бер башҡортоңдо һатып ебәрерлек" итеп беҙҙең телдә һөйләшеүҙәренә ғәжәпләнеп бөтә алманым. "…Бына, ҡоҙалар, тыңлағыҙ әле, Алла бойорһа…" тип һүҙ башлап ебәреүҙәре генә үҙе ни тора. Һүҙ араларында "Эй, Аллам!" тип тә ҡушып ебәрәләр. Мулла никах уҡығанда ирҙәре түбәтәй кейеп, ҡатын-ҡыҙҙарының яулыҡ ябынып ултырыуҙары ла, никах уҡылып, доға ҡылынғандан һуң беҙҙең ыңғайға бит һыйпауҙары ла күңелгә ятты. Гребневтарҙың беҙгә булған ана шундай мөнәсәбәтен мин үҙем, шәхсән, уларҙың бөтә башҡорт милләтенә, теленә һәм ғөрөф-ғәҙәтенә ихтирамы, тип ҡабул иттем.
Анна килендең башҡорт теленә бәйле бер нисә мәҙәк хәлдәрен һөйләгәнен дә хәтерләйем. Уның Икенсе Этҡол ауылында йылҡы үрсетеп, етеш кенә йәшәп ятҡан Леонид исемле бер туған ағаһы ла бар. Леня (Аня килен уны шулай тип атай) Совет армияһы сафына хәрби хеҙмәткә алынғас, бер аҙҙан һеңлекәшенә хат яҙа икән: "…Демократик Германияның Фәлән ҡалаһына килеп эләктем. Башҡорттарҙан мин бында бер үҙем генә…" Шул турала йыш ҡына һөйләшеп, көлөшөп алабыҙ. Бер мәл Леонид Ивановичыбыҙ Баймаҡтан машинаһы менән ауылына ҡайтып барғанда юлда ике ҡатынды Фәлән ауылға тиклем ултыртып алған. Олораҡ йәштәрҙәге әлеге ике апай рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеп киләләр икән. "Был урыҫ беҙҙән юл хаҡына күпме аҡса алыр икән?" тигән һорау айырыуса борсоған был апайҙарҙың ауылына барып еткәс, ҡоҙабыҙ: "Килеп еттек, апайҙар. Аҡсағыҙ ҙа, бер нәмәгеҙ ҙә кәрәкмәй", - тип саф башҡортса хәбәр һалғас, был ике ҡатын албырғап ҡалған. "Уй, ауыҙыңа май булғыры, башҡортса белә лә баһа…" - тип, көлөшә-көлөшә төшөп ҡалғандар, имеш…
Ҡасандыр бер мәл Леонид ҡоҙабыҙ миңә "әре ҡорт" тигән һүҙҙең мәғәнәһен дә бик яҡшы ғына итеп төшөндөрөп биргәйне. Йәй буйына "бер ни ҙә эшләмәй", йәғни, бал йыймай, тик ашап ҡына йөрөгән ата бал ҡорттарының ана шулай тип аталғанын да белмәй йөрөгәнмен мин үҙем - саф башҡорт балаһы! Ялҡау кеше хаҡында "әреғорт" тиеүҙәрен генә белә инем дә ул… Гөлсөм исемле уңған башҡорт ҡыҙын кәләш итеп алып, татыу ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, байтаҡ йылдар тыуған ауылында ғүмер итә Леонид ҡоҙа. Инде ныҡ ҡартайған, урынынан ҡуҙғала алмай ятҡан сирле әсәһен - Анастасия әбейҙе лә эшһөйәр Гөлсөм килене менән ҡәҙерләп ҡарайҙар.
Ә Анна киленебеҙ Тәфтизән ҡәйнеш менән биш бала тәрбиәләп үҫтереп алып киләләр. Барыһы ла башҡорт телендә генә һөйләшә, башҡорт мәктәптәрендә уҡынылар. Ғәзиздәренә, кемдер әйтмешләй, "нейтральный" ҙа түгел, ә саф башҡорт исемдәрен биргәндәр. Малайҙары - Фиҙан, Даян, Раян, ә ҡыҙҙары - Ләйсән һәм Әминә. Даян улдары мәсеткә йома намаҙына ла йөрөй башлаған. Уңған мәрйә килен башҡортсалап бишбармаҡты ла телеңде йоторлоҡ итеп бешерә. Күптән түгел уның үҙе менән дә башҡорт теленә ҡағылышлы бер ҡыҙыҡ хәл булған икән. "Әсәлек даны" миҙалы биреү өсөн хәҙер гүзәлдәребеҙҙе Өфө ҡалаһына саҡыртып, улар лайыҡ булған ана шул хөкүмәт наградаларын тантаналы рәүештә тапшыра торған йола бар бит әле. Баш ҡалаға килеп, миҙалдар тапшырылып бөтөлгәс, бәғзе әсәләрҙән телевидение хәбәрселәре интервью ала башлаған. Башҡорт хәбәрселәре - башҡорттарға, ә рус телендә тапшырыу алып барыусылар урыҫ ҡатындарына мөрәжәғәт итә икән. Йөҙгә лә "ысын мәрйә" булған һары сәсле, зәңгәр күҙле Анна киленебеҙгә корреспондент урыҫ телендә һәр төрлө һорауҙар яуҙырырға тотонған. Киленебеҙ ҙә, әлбиттә, уға урыҫса ғына яуап биргән. Тормош-көнкүреш, йорт хужалығы хаҡында ла һораша икән хәбәрсе. "Хужалығығыҙҙа ниндәй мал-тыуарығыҙ бар?" тигән һорауға яуап бирә генә башлағайным, тулҡынланыуҙан, "эре мөгөҙлө мал" тигән һүҙҙең урыҫсаһын оноттом да ҡуйҙым", - тип көлдөрҙө бер мәл беҙҙең Анна Ивановнабыҙ.
Күп милләтле республикабыҙҙа бына ошондай хәлдәр ҙә булғылап тора. Ата-әсәһе "сеп-сей" башҡорт булып, хатта Башҡортостанда йәшәп тә, балалары һөйләшеү генә лә түгел, ә бөтөнләйгә туған телен аңламаған ғаиләләр күп. Ана шундай күптәр өсөн фәһем булырлыҡ кешеләр хаҡында яҙмай булдыра алманым.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите.