Ишембай ҡала суды 39 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул «Власть вәкиленең үҙ бурыстарын башҡарыуға бәйле уға ҡарата көс ҡулланыу» статьяһы буйынса ғәйепле тип танылды.
Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ир алимент түләмәгән, шуға күрә уға суд приставтары хеҙмәтенән вәкил килгән.
Суд приставының үҙ ирке менән эш бүлмәһенә барыуын талап итеүенә ҡарамаҫтан, ир баш тартҡан, власть вәкиленә бер нисә тапҡыр һуҡҡан, лом менән һелтәнгән.
Суд уға ике йыл һынау срогы менән шартлы рәүештә бер йыл да алты айға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
https://www.bashinform.ru/bash/1491445/