Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Сентябрь 2020, 10:31

Бәпесте кем үлтергән?

“Хәбәрҙәр – Башҡортостан” порталы күңелһеҙ яңылыҡ тураһында белдерҙе: Өфөләге фатирҙарҙың береһендә йәш ярымлыҡ баланың кәүҙәһе табылған. /

“Хәбәрҙәр – Башҡортостан” порталы күңелһеҙ яңылыҡ тураһында белдерҙе: Өфөләге фатирҙарҙың береһендә йәш ярымлыҡ баланың кәүҙәһе табылған.
Был турала порталға хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанағы хәбәр иткән.
Йәрәхәттәрҙең ниндәй төрҙә булыуы тураһында мәғлүмәт юҡ. Ҡыҙ баланың ни сәбәптән үлгәнен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән. Тәфтиш төркөмө тикшереү эшен башлаған. Республиканың Тәфтиш комитетында был турала мәғлүмәт бирмәгәндәр.
Фото: letidor.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/B-peste-kem-lterg-n-448885/
Читайте нас: