Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Сентябрь 2020, 14:58

ҠЫҘЫЛ САЛАТ

/

Был матур, сағыу, тәмле салат өсөн кишер, борос, һуған кәрәк буласаҡ.
Салаттә әҙерләү өсөн 1 кг самаһы ҡыҙыл татлы борос, 1 кг кишер, 1 кг ҡыҙыл һуған, 2 кг помидор, стакан ярым үҫемлек майы, бер стакан шәкәр ( 200-250 г), ярты стакан аш һеркәһе ( 100г) 2 аш ҡалағы тоҙ алына.
Боросто артыҡ ҡалын итмәй генә һаламлап, һуғанды дүңгәләкләп, помидорҙы уртаса ваҡлап турайҙар, кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәләр. Ҡатнашмаға май, шәкәр, аш һеркәһе, тоҙ ҡушып, 20 минуттай ҡайнатып алғас, таҙа банкаларға ябып, ҡапҡастарын нығытып ҡуялар. Табынға картуф, ит менән ҡушып бирәләр.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/common_material/i-il-salat-448079/
Читайте нас: