Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Сентябрь 2020, 11:44

“Хәҙер егетем суд менән янай...”

-

“Бәләкәй ауылда тыуып үҫтем. 18 йәшем тулғас, баш ҡалалағы бер училищеға уҡырға индем һәм уны тамамлағас, эшкә урынлаштым. Күптәр ошондай тормош юлын үткәндер, моғайын. Ятаҡтағы бәләкәй генә бүлмәне ҡуртымға алып, үҙаллы йәшәй башланым. Торлағымда йүнле бер нәмә лә юҡ ине. Аҡсам да артыҡ булманы. Ә ашауға килгәндә, эштә туҡланып ҡайта инем. Ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эшләнем. Әммә шуныһы яҡшы: тәмле итеп, төрләндереп бешерергә өйрәндем. Ҡыҫҡаһы: аҡсаны экономиялау өсөн барыһын да эшләргә тырыштым, өҫтәүенә тормошомдан ҡәнәғәт инем. Ябай ғына бәхетемә риза булып көн күрҙем.
Төҫ-башыма килгәндә, артыҡ сибәр ҙә түгелмен. Дуҫтарым да, шул иҫәптән егетем дә юҡ ине. Быларҙың барыһы ла кеше менән аралашып бармауым һөҙөмтәһелер, моғайын. Ярай әле, күңел һалып һөйләшер бер әхирәтем бар ине. Тап ул мине ике туған ағаһы Ринат менән таныштырҙы һәм уға мин оҡшап ҡалдым. Шулай итеп, был егет миңә сәскәләр бүләк итә, эштән ҡаршы ала башланы һәм уға ғашиҡ булғанлығымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Танышыуыбыҙға ярты йыл самаһы ваҡыт уҙғас, Ринат миңә үҙенең фатирына күсенергә һәм бергә йәшәргә тәҡдим итте. Тик уның бер шарты бар ине: эшемдән китергә тейешмен. Күпме генә ҡырталашһам да, өҫтәүенә, бушлай ашнаҡсыға уҡыуҙы һәм эш хаҡын арттырыуҙы вәғәҙәләйҙәр ине ул саҡта, әммә ул барыбер үҙен тыңларға күндерҙе. Ринат уның яратҡан аш-һыуын әҙерләп эштән ҡаршы алып йәшәүемде һораны. Тик ул эштә саҡта ваҡытымды бушҡа уҙғармаҫҡа тырыштым: водителлеккә уҡып сыҡтым. Был хәлдән һуң Ринат еңел машинаһына идара итергә лә рөхсәт итте. Бына шулай тормошом һәүәтемсә, матур ғына барғанда, бер көндө магазинға тип юлланғанда ҡиммәтле генә сит ил машинаһын бәрҙерҙем. Һөҙөмтәлә суд юлдарын тапау башланды. Зыян күргән яҡ минән, страховка түләүҙәренән тыш, тағы 300 мең һум түләүҙе талап итте. Әлбиттә, ҡайҙан ғына булһын инде миндә ул тиклем аҡса! Бына ошо ваҡытта “яратам” тигән йөрөгән кешемдең мине кәмһетеүҙәре башланды. Был ғына түгел, ул мине хатта үҙенең автомобилен бәрҙергән өсөн суд менән янай башланы. Бына шулай, мин йәнә ятаҡ тормошона кире әйләнеп ҡайттым. Тик хәҙер егетем дә, эшем дә, бер тин аҡсам да юҡ. Аллаға шөкөр, сәләмәтлегем бар. Тимәк, барыһы ла киләсәктә яҡшы булыр. Ә быны һеҙгә һөйләүемдең сәбәбе: минең кеүек тиҙ ышанып барыусан ҡыҙҙарға яҙмышым һабаҡ булһын. Улар, минең кеүек, һәр кемгә ышанып бармаһын...”
*Зилә исемле ҡатындың һөйләгәндәренән.
Автор: Айһылыу Низамова.
Читайте нас: