Башҡортостан мәктәптәрендә “Юғарыға ос!” белем биреү проектының “Сәләмәт йылмайыу” модулен тормошҡа ашырыу сиктәрендә стоматология кабинеттары эшләй башланы. Был башланғысты төбәк етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдим иткәйне.
2019-2020 уҡыу йылдарында уларҙың дөйөм һаны 65-кә етте. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.
2020 йылдың беренсе кварталында белгестәр 11 меңдән ашыу уҡыусының тешен тикшергән. Һәр өс баланың икәүһенә дауа талап ителгән.
Радий Хәбиров үҙенең Контроль идаралығына республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә мәктәп стоматологиялары эшмәкәрлеген тикшерергә ҡушты.
– Республика был проектҡа аҡса һалды, беҙ район башлыҡтары менән стоматология кабинеттары эшмәкәрлеген тәьмин итергә тейешбеҙ. Сөнки ҡайһы бер осраҡтарҙа мәктәп баланың тешен дауалай алырҙай берҙән-бер урын булып ҡала. Айырыуса ауылдарҙа.
Радий Фәрит улы 500-ҙән 700-гә тиклем кеше йәшәгән ауыл мәктәптәрендә яңы стоматология кабинеттары асыуҙы дауам итергә ҡушты.
– Ҡалаларҙа муниципаль властар бының менән үҙҙәре шөғөлләнергә тейеш, ә беҙ ауыл балаларына иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ, – тине ул.
Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы мәктәп ашханалары эшмәкәрлеге һәм башланғыс класс уҡыусыларын бушлай туҡланыу менән тәьмин итеүгә иғтибарҙы йүнәлтте.
– Туҡланыуҙың насар сифаты тураһында сигналдар килә, ҡәнәғәт булмаған ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа бар, – тине ул.
Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, барлыҡ мәктәп ашханалары берҙәм меню буйынса эшләй, ул барлыҡ санитар талаптарға нигеҙләнеп раҫланған. Килгән бөтә ялыуҙар тикшерелә. Министрлыҡта был мәьсәлә буйынса мөрәжәғәттәр өсөн (347) 292-11-52 телефоны эшләй.
Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына мәктәп ашханаларын тикшереүгә ата-әсә комитеты вәкилдәрен дә йәлеп итергә ҡушты.