Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
9 Сентябрь 2020, 13:25

АУЫРЫУҘЫ АЛЫРҒА ВЕРТОЛЕТ КИЛГӘН

.

Венер Исхаков

Башҡортостанда санитар авиация үҙ бурыстарын үтәүгә ныҡлап тотондо. Яңыраҡ уның ярҙамында Әбйәлил районында йәшәгән ҡатынды Өфө дауаханаһына килтерергә мөмкин булды.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, янбаш һөйәге һынған пациентты тәүҙә Белорет үҙәк дауаханаһына килтерәләр, унда диагноз ҡуялар. Табиптар уны медицина күрһәткестәре буйынса Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына ебәрергә ҡарар итә. Табиптарға “Ансат” вертолеты ярҙамға килә. Хәҙер пациент табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында.
Башҡортостанда санитар авиация “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы үҫешә. Республикала медицина ойошмаларынан алыҫ булмаған ерҙә һигеҙ вертолет майҙаны әҙерләнгән. Улар Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларында һәм Асҡын, Мәсәғүт ауылдарында урынлашҡан. 2020-2024 йылдарҙа санитар авиация ярҙамында кәм тигәндә 465 осош яһаласаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, тәүге медицина-санитар ярҙамын яҡшыртыу бурысы ҡуйылды..
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекы
  • Читайте нас: