Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
8 Сентябрь 2020, 11:23

ҠЫҘЫУ ЭЛЕМТӘ ОЙОШТОРОЛДО

.

Эльвира Хамзина

Президент Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтендә башланғыс класс уҡыусыларын түләүһеҙ ҡайнар аш менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылғайны. Дәүләт етәксеһенең йөкләмәһен үтәү маҡсатында Башҡортостандың сауҙа буйынса дәүләт комитеты Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә республика менюһының өс вариантын әҙерләне. Улар тейешле органдарҙа тикшереү һәм килешеү үтте.
Ҡала округы һәм район хакимиәттәре үҙҙәренең төбәгенә яраған менюларҙы һайлап алды. Федераль законға ярашлы, был варианттар рәсми сайттарға ҡуйыла һәм ата- әсәләр улар менән таныша ала.
Санитар нормаларға һәм ҡағиҙәләргә ярашлы, көн режимын иҫәпкә алып, беренсе сменала белем алған һәр бала иртәнге, ә икенсе сменала уҡығандар төшкө аш менән тәьмин ителергә тейеш.
Иртәнге аш менюһында салат, ҡайнар аш һәм эсемлек бар, шулай уҡ рационға йәшелсә-емеш индереү тәҡдим ителгән. Төшкө ашта иһә салат, беренсе һәм икенсе аш һәм татлы ризыҡ бар.
Республика мәктәптәрендә ошоға тиклем дә түләүһеҙ туҡланған уҡыусылар бар ине. Аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән йә иһә мөмкинлектәре сикләнгән башланғыс һәм V-XI класс уҡыусылары ике тапҡыр ҡайнар аш менән бушлай һыйлана.
Ҡайһы бер ата-әсәләр мәктәптәрҙә түләүһеҙ туҡландырыу насар кимәлдә ойошторолған тип иҫәпләй. Борсоған һорауҙар менән республика Мәғариф һәм фән министрлығына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Белешмә өсөн телефон һандары:(347)292-11-52.
Читайте нас: