Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
8 Сентябрь 2020, 10:34

Һалдаттың үлемендә сержантты ғәйепләгәндәр

/

Екатеринбург гарнизонының хәрби суды Башҡортостан егете Илдар Сиражевтың һәләк булыуында ғәйепле сержантҡа хөкөм ҡарары сығарҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡташыбыҙ Екатеринбург янындағы хәрби часта токтан һуғылып һәләк булғайны. Ғәйепле тип сержант Богданов табылған. 10 августа уны ике йылға шартлы рәүештә хөкөм иткәндәр һәм эштән ебәргәндәр. Экспертиза һөҙөмтәһендә енәйәткә тиҫтәгә яҡын погонлыларҙың ҡатнашлығы асыҡланһа ла, һалдаттың үлемендә ғәйепләнеүселәр араһында бер офицер ҙа юҡ.
"Мин офицерҙарҙың бөтә команда составына яза бирелер тип уйлағайным. Уларҙың береһен дә яуаплылыҡҡа тарттырманылар. Ә судта шаһиттарҙың һөйләүенсә, бөтә машиналарҙа ла ток һуғыу хәүефе булған. Улым һәләк булғанға ҡәҙәр быға барыһы ла ҡул һелтәп ҡараған", - ти Илдарҙың әсәһе Гөлсинә Сиражева.
Фажиғә былтыр 24 июлдә булғайны. Төҙөк түгел техника менән эш иткәндә егетте техник электр тогы һуға. Эксперттар әйтеүенсә, машинаның электротехник ҡорамалын үҙгәртеп ҡорғандар, ҡайһы бер деталдәре бөтөнләй төҙөк булмаған. Был хаҡта хеҙмәткәрҙәр етәкселекте иҫкәртһә лә, ҡолаҡ һалыусы табылмаған. Экспертиза документтарынан күренеүенсә, тейешле талаптарҙы, инструкция һәм күрһәтмәләрҙе һанға һуҡмау һалдаттың һәләк булыуына килтергән. Ток бирелеүен туҡтатмаған сержантҡа бөтә яуаплылыҡты йөкмәткәндәр. Улын юғалтҡан әсә Рәсәй Оборона министрлығын судҡа бирергә йыйына, тип хәбәр итә Ufa1. ru порталы.
Фото шәхси архивтан.
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/aldatti--lemend-sergantti--yepl-g-nd-r-444057/
Читайте нас: