Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
7 Сентябрь 2020, 14:57

ЯҢЫ СТОМАТОЛОГИК ҠОРАМАЛДАР АЛЫНДЫ

.

Гульдар Кинзябаева

“Һаулыҡ һаҡлау ”милли проекты сиктәрендә, Нефтекама дауаханаһында амбулатор звеноның матди-техник базаһын нығытыу программаһына ярашлы, учреждение өс KLT-6210 N1 яңы стоматологик ҡорамалдарын алды.
Максималь тулыландырылған яңы стоматологик ҡорамалдар Мотлаҡ медицина страховкалауы программаһы сиктәрендә бөтә төр стоматологик ярҙамды күрһәтеү мөмкинлеген бирә.
Ҡорамалда сифатлы төкөрөк йыйыу яйланмаһы, яҡтылығы көйләнеүсе, һыуыта торған функциялы ҡеүәтле саң һурҙырғыс бар. Шулай уҡ уға ҡул һәм аяҡ ярҙамында идара итеп була.
Шлангтарҙы һәм ҡорамалдың башҡа өлөштәрен эске дезинфекциялау мөмкинлеге лә еңел һәм технологик яҡтан камил башҡарыла, барлыҡ санитар талаптарға яуап бирә һәм пациентҡа юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген булдыра.
Ғөмүмән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, төбәктең медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә. Нефтекамалағы яңылыҡтар ҙа – ошоға асыҡ миҫал.
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас: